Туҡмай, артабан баҙға төшөрөп ут төртә 08.02.2016

Учалы районында йәшәүсе ҡатын 33 йәшлек иренең ҡылығынан көскә иҫән ҡала. Ике бала әсәһе төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләгә. Тормош иптәшенә ҡаршы полицияға ғариза яҙыуҙан баш тартһа ла, осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тормош иптәшен йәберләүсене ниндәй яза көтә?

Ҡатын күҙ йәштәрен тыя алмай. Янған битен, ҡулдарын күреп тағы ла бөгөлөп төшә. Был тән йәрәхәттәре ғаиләләге ыҙғыш һөҙөмтәһе. Бер нисә көн элек ханым үлем сигендә ҡала. Тормош иптәше - 33 йәшлек ир балалары алдында ҡатынына ҡул күтәреү менән генә сикләнмәй, баҙға төшөрөп уны бензин менән ҡойондора һәм ут төртә.
Ир «бер кемде лә үлтерергә уйламағайным», - тип аҡлана. Һыҙылған шырпы бөртөгө йәнәһе лә, баҙға яңылыш төшкән. Ярай ҙа, артабан ғаилә башлығы бәләгә тарыусыны ҡотҡара. Аңына килгәндер, күрәһең. Әле ул ҡатынынан ғәфү үтенгән, үҙен өйҙә хәстәрлекле атай тип күрһәтергә тырыша. Шулай ҙа яуаплылыҡтан ҡаса алыры шикле.
Шайморат Ямалов, Рәсәй эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлеге етәксеһе: «Зыян күреүсе ҡатын иренә ҡаршы полицияға ғариза яҙыуҙан баш тартһа ла, осраҡ буйынса Енәйәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әле тикшереү эше бара».
Был статья буйынса буйынса, ирҙе өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре мөмкин. Әлегә ғәйепләнеүсегә йәшәгән урынынан ситкә сыҡмаҫҡа ҡушылған, ул һаман да иректә.
Полиция мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр ғаиләләге йәберләүҙәргә бәйле 6 мең осраҡ теркәлгән. Ғәмәлдә улар күберәк булыуы ла ихтимал. Сөнки йыш ҡына ҡатын-ҡыҙҙар туҡмалыуы хаҡында өндәшмәүҙе хуп күреп, өйҙән сүп сығармай. Ә ғәйепле тип табылғандарға «Енәйәт кодексы» буйынса бер нисә йылға рәшәткә артына ултырыу янай
Әйткәндәй, Учалыла йәшәүсе ғаилә яңыраҡ ҡына өй төҙөп сыҡҡан, ике малайҙары бар. Балалар әсәйҙәре дауаханаға эләгеүен белә. Ауырый тип аңлатҡандар. Ҡатын иһә тормош иптәшен ғәфү иткән. Бергә йәшәрҙәрме-юҡмы - билдәһеҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика