Туғанлыҡ ептәре

Туғанлыҡ ептәре 10.08.2015

Башҡортостанға ғилми экспедиция сиктәрендә Венгрия археологтары килде. Сит ил ғалимдары Республика биләмәһендә үҙҙәренең ата-бабалары йәшәгән тигән фарызды ла тикшерә.

Бынан тыш, археологтар Көньяҡ Уралдың ҡомартҡылары һәм иҫтәлекле урындары буйынса экскурсия ойоштормаҡсы. Әйткәндәй, улар Силәбе өлкәһендә урынлашҡан «Уелга» ерләү комплексы менән дә танышып өлгөргән. Ул Урал-Волга буйы төбәгендә йәшәүсе хәҙерге һәм боронғо халыҡтарҙың этногенезына асыҡлыҡ индерә алырҙай уникаль объект һанала. Бында сит ил археологтары ҡатнашлығында тикшеренеүҙәр алты йыл бара. Венгрия белгестәрен «Өфө-2 ҡаласығы» ла һоҡландырҙы, артабан уларҙың ниәте «Шүлгәнтәш» мәмерйәһе һәм Арҡайым менән танышыу. Экскурсиянан тыш, сит ил археологтарын Рәсәй ғалимдарының ғилми хеҙмәттәре лә ҡыҙыҡһындыра. Үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу ике яҡ өсөн дә кәрәк тигән фекерҙә беҙҙең ғалимдар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку