Туҡһан йәшлек ветеран

Туҡһан йәшлек ветеран 02.11.2016

Күгәрсен районының Нуҡай ауылында йәшәүсе Яппарҡолой Байғүбәков үҙенең 90 йәшлек юбилейын ҡаршыланы. Һуғыш ветеранын ҡотларға уның яҡындары, туғандары һәм балалары йыйылды.  

Юбилей уңайынан ветеранға  Рәсәй президентының ҡотлау хаты тапшырылды. Яппарҡолой Абдулғәни улы, 1943 йылдың көҙөндә, ун ете йәшлек сағында ағаһы артынан һуғышҡа китә.  Украина, Латвия ерҙәрендә барған  алыштарҙа ҡатнашып, ҡаты яралана, контузия ала. Еңеү көнөн Краков ҡалаһында ҡаршылай. Һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар колхоз-совхозда, урман хужалығында эшләй,, үҙен балта  оҫтаһы итеп тә таныта. Күпте күргән ветеран әле лә балаларына терәк-таяныс булып йәшәй.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика