Цирк ишектәре һәр кемгә асыҡ 19.09.2016

Хәйриә акцияһы менән Мәскәү артистарының гастролдәре асыла. Өфө тамашасыһы 23 сентябрҙән билдәле арена оҫталары, аҡ арыҫландарҙың сығышын ҡарай ала. Бөгөн кескәйҙәргә Өфө дәүләт циркы буйлап экскурсия үткәрелде. Улар оҫталыҡ дәрестәрендә, ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашты.

Цирк ишектәре һәр кемгә асыҡ социаль проекты балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә көтөлмәгән бүләк булды. Был юлы ҡыҙҙар-малайҙар ареналағы ябай тамашасы ролендә генә түгел. Улар үҙҙәре үк билдәле актерҙар менән бергә фойела ҡыҙыҡлы уйындарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
Артабан балалар сәхнә артына үтеп, аҡ арыҫландарҙы ҡараны. Хайуандар тиҙҙән  яңы номер менән сығыш яһаясаҡ. Актриса Надежда Сквирская хайуандар менән күптән уртаҡ тел тапҡан.
Надежда Сквирская, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы: «Был арыҫландарға әле алтышар йәш. Уларҙы Көньяҡ Африканан алып ҡайтҡанда бәләкәй генә инеләр. Шул көндән алып мин уларҙы ашатам, ҡарайым. Йыртҡыс булһалар ҙа, улар ҙа иркәләнә белә, тик бөтәһенә лә түгел».
Аҡ арыҫландар көнөнә алты килограммға яҡын ит менән туҡлана. Уларҙы беренсегә күргән ҡыҙҙар- малайҙар берсә ҡурҡып, берсә һоҡланып ҡараны.
Мәрхәмәтлек акцияһы менән Мәскәү артистарының гастролдәре асыла. Өфө тамашасыһы 23 сентябрҙән билдәле актерҙар, аҡ арыҫландарҙың сығышын ҡарай ала.
Проекттың маҡсаты тамашасыны ҡайнап торған цирк тормошо менән яҡындан таныштырыу. Сәхнә артындағы ысынбарлыҡты күргән кескәйҙәрҙең йөҙөнән бәхетле йылмайыу,ҡәнәғәтлек сағыла. Шунан сығып проект авторҙарының башҡарған эше уңышлы тип әйтергә була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика