Тропик бөжәктәр менән танышыу

Тропик бөжәктәр менән танышыу 29.06.2015

Баш ҡалала Көньяҡ-көнсығыш Азия, Американан осоп килгән тиҫтәнән ашыу төр күбәләк күргәҙмәһе эшләй башланы.  Бында ғәжәйеп йән эйәләре хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, төрлө ырым-юрауҙар ҙа ишетергә була.

Берәүҙәре тыныс, икенселәре үтә лә әүҙем. Леп-леп осоп йөрөгән күбәләктәргә, бигерәк тә, кескәйҙәр ҡыуана. Малай-ҡыҙҙар тропик бөжәктәрҙе тоторға теләп баҫтыра башлай.
Ҡайһы берәүҙәр киреһенсә, был йән эйәләренән ҡурҡынҡырай. Мөхәмәтшиндар ғаиләһе кескәй ҡыҙҙарын нисек кенә әүрәтмәһен, бала барыбер күбәләктәрҙе ят итте. Шулай ҙа күргәҙмәнән барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.
Күбәләктәрҙең йәшәү ваҡыты уларҙың төрҙәренә бәйле. Берәүҙәренең ғүмере өс көн дауам итһә, әйтәйек, Көньяҡ Азиянан килтерелгән Идея Левкония бер айға тиклем йәшәй ала, әгәр ҙә инде уларға дөрөҫ ҡарау ойошторолған булһа. Әйткәндәй, был төр күбәләктәре Ҡытайҙа ғаилә бәхете килтерә тип һанала.  
Тәрбиә тигәндәй, был бюжәктәр дымлылыҡ ярата. Көнөнә бер тапҡыр ғына ашайҙар. Баллы һыу эсәләр, һутлы емеш-еләктән дә баш тартмайҙар. Күргәҙмәгә килеүселәр күбәләктәрҙең нисек ҡурсаҡтан сығыуын да күҙәтте.
Кешегә ҡуныуҙан ҡурҡмаһалар ҙа, бер урында оҙаҡ тора алмай күбәләктәр. Бигерәк тә күргәҙмәгә килеүселәр, матур йән эйәләренең  төрлөлөгөнә һоҡланды. Экспозиция июль аҙағына тиклем эшләй.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку