Трасса бар - маршрут юҡ

Трасса бар - маршрут юҡ 18.07.2014

Өфө ҡалаһының Калинин районында урынлашҡан Өфө моторҙар эшләү берекмәһе баҡсасылары Черниковка биҫтәһенә маршруттар булмауына зарлана. Дөрөҫөрәге, маршрут бар,  ләкин уны баҡсасылар һирәк күрә.  

Рауза Мәрҙәмшина баҡсаға йыл һайын емеш-еләк йыйырға йөрөй. Өлкән йәштәгеләр өсөн саф һауала ял итеү курорттан күпкә яҡшыраҡ, ти ул. Ханым, йыш ҡына, үҙе менән бергә ейәнен дә ала. Әммә  ғаиләгә  Черниковка биҫтәһенән баҡсаға килеп еткәнсе 500 һумдан ашыу аҡса түләргә тура килә. Пенсионер баҡсаға тура маршрут булмауына зарлана.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе баҡсаларында 2 меңдән ашыу ер бүлеме иҫәпләнә. Йәйен ер хужалары баҡсала уҙғара. Бында йыл әйләнәһенә йәшәүселәр ҙә күп. Баҡса аша Черниковканан Федоровка ауылына тиклем 299-сы маршрут бар. Ләкин баҡсасылар әйтеүенсә, маршрут ике сәғәткә бер үтә. Уныһы ла көн һайын түгел. Һөҙөмтәлә Черниковкаға барыусылар,  бер маршруттан икенсеһенә һәм өсөнсөһөнә лә күсеп ултырырға мәжбүр була.
Баҡсасылар маршрут һорап баш ҡала хакимиәтенә хат та яҙғандар. Калинин районы хакимиәтенән, хатты Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына ебәрҙек тигән яуап килә.
Был трасса 3 йыл элек төҙөлгән. Уға тиклем үҙенең баҡсаһына килер өсөн, хужаларға тәүҙә Ҡариҙел аша паромда, һуңынан автобуста Базилеевка ауылына тиклем килергә тура килгән. Ә Базилеевка ауылынан баҡсаға тиклем 4 саҡрым юлды, улар йәйәү уҙған. Хәҙер юл да бар, уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған, ләкин кәрәкле маршрутты көтөп  алып булмай.
Әгәр ҙә шәхси маршруттар баҡсасыларҙы ҡәнәғәтләндермәй икән, улар ҙур автобус һорап Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. Артабан ведомство «Башавтотранс»ҡа запрос яһай, һуңғыһы баҡсаға дәүләт маршруты ебәреү буйынса конкурс уҙғара. Был маршрут маҡсатҡа ярашлы тип табылған осраҡта, автобус бүленәсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку