Транспорт коллапсы

Транспорт коллапсы 15.07.2016

Өфөлә һәм баш ҡалаға яҡын ауылдарҙа йәшәүселәр бөгөн көтөлмәгән уңайһыҙлыҡтарға тарыны. Сөнки улар байтаҡ ваҡытын туҡталыштарҙа  йәмәғәт траспорттарын көтөп  уҙғарҙы. Шунлыҡтан күптәр  барыр урындарына һуңланы. Ә алдағы ял көндәрен үҙ участкаларында үткәрергә йыйынған баҡсасыларға ниәттәренән бөтөнләй баш тартырға тура килде. Бының сәбәбен белгестәр, бөгөндән транспорт өлкәһендәге законға ингән үҙгәрештәр менән бәйләне.

Иртәнге сәғәттәрҙән үк  Өфө урамдарында тиҫтәләгән  патруль машиналары һәм йөҙләгән инспектор. Хоҡуҡ һағында тороусылар бер-бер артлы автобустарҙы туҡтата. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре өсөн эш сәғәте шунда уҡ тамамлана. Был бөгөндән пассажирҙар ташыу өлкәһендәге законға индерелгән үҙгәрештәр менән бәйле.

Тап ошо үҙгәрештәргә ризаһыҙлыҡ белдереп, бөгөн иртән күп кенә маршрут автобустары водителдәре пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙән баш тартты.  Ә хеҙмәтләндергәндәренең ҡайһы берҙәрен юлда инспекторҙар туҡтатты. Ә салондағы халыҡ  бер нимә лә аңламай көтөп ултырырға мәжбүр булды.

Өфөлә 4000 меңдән ашыу автобус иҫәпләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар менән бәйле авариялар даими теркәлә. Бөгөнгө закон нигеҙендә, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы автомобилдәрҙе күҙәтеү идаралығы менән берлектә профилактик сара үткәрә. Ул юлдарҙа аварияларҙы кәметеүҙе һәм юл йөрөүселәргә хәүефһеҙлек тәьмин итеү маҡсатын күҙ уңында тота. Водителдәрҙең документтары тикшерелә, автобустарҙың техник торошо ҡарала.

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, пассажирҙар автобустар графиктарында бындай уңайһыҙлыҡтарға тағы ла бер нисә көн тарыуы ихтимал. Ысынлап та, бөгөнгә тиклем бер маршрутты уртаса биш компания хеҙмәтләндерһә,  хәҙер уларҙың ике тапҡырға кәмейәсәк. Шуға ла был туҡталыштарҙа йәмәғәт транспорт көтөү ваҡытын артырасаҡ. Әммә бындай алым   көн талабы, ти белгестәр.

Дәүләт автоинспекцияһынан белдереүҙәренсә, әлеге сара йәмәғәт транспорты хәрәкәтендә тәртип урынлаштырырға һәм легаль булмаған пассажир йөрөтөүселәрҙе асыҡларға ла булышлыҡ итәсәк.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика