Транспорт хәрәкәтен контролдә тотоусы үҙенсәлекле ысул 18.04.2016

Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә ғәмәлгә ашырыла башлаған «Йәшерен патруль» республикаға ла килеп етте. Көн һайын  инспекторҙар ғәҙәттәгесә,  юл ҡағиҙәләрен инҡар итеүсе водителдәрҙе асыҡлай. Әммә был юлы улар танытыу билдәләре булмаған автомобилдәргә күсеп ултырған. Шулай итеп хоҡуҡ һағында тороусылар салондан юл йөрөү ҡағиҙәһен боҙоусыларҙы видеокамераға  төшөрә. Артабан эргәләге экипаж рация аша алынған мәғлүмәт буйынса водителде туҡтарға мәжбүр итә.

М-7 федераль трассаһында  күҙгә салынып бармаған автомобиль:  башҡа транспорттарға ҡамасауламай һәм иң мөһиме, уға бер кем дә иғтибар итмәй. Ә быныһы инде юҡҡа. Сөнки махсус билдәләре булмаған автомобилдә ултырған инспектор юл ҡағиҙәһе боҙолған осраҡтарҙы видеокамераға теркәп бара. Һуңынан был водитель тураһында мәғлүмәт яҡындағы юл-патруль хеҙмәтенең рәсми патруленә хәбәр ителә.
Ә был «Рено» автомобиле инспекторҙарҙың иғтибарын дәүләт номерының бысраҡ булыуы менән йәлеп итте.  Камерға төшөргән ваҡытта уның башҡа юл ҡағиҙәһен боҙоуы ла асыҡланды. Атап әйткәндә, ул бер һыҙаттан икенсеһенә күскәндә боролош утын яндырыуҙы кәрәк тип тапмай.
Мәскәүҙә ғәмәлгә ашырыла башлаған проект бөгөн үҙенең һөҙөмтәле булыуын күрһәтте. Шуға ла хәҙер ул
илдең барлыҡ төбәктәрендә лә күренә башланы. Әммә  йәшерен патрулдең төп бурысы күберәк штрафтар йыйыу түгел, ә  юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың именлеген тәьмин итеү, ти республиканың баш автоинспекторы.  
Динар Ғилметдинов Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының юххди идаралығы етәксеһе: «Йәшерен патруль»  республикала   бер ай самаһы эшләй башланы. Әлегә уларҙың һаны тиҫтәгә яҡын. Бындай автомобилдәр кәрәкле барлыҡ ҡорамалдар менән дә йыһазландырылған. Шуға ла бынан ары юл ҡағиҙәһен боҙған водителдәргә үҙ хатаһын   таныуҙан башҡа сара ҡалмай.  
Водителдәрҙең күбеһе ғәҙәттә, инспекторҙар алдында тәртипле йөрөргә күнеккән. Ә инде экипаж күренмәгән осраҡта юлдарҙа гонаһ ҡылыусылар бермә-бер арта. Шуға ла «Йәшерен патруль» ҡағиҙә боҙоусыларҙы кәметергә һәм юлдарҙа фажиғәле осраҡтарҙы иҫкәртергә булышлыҡ итер тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика