«Трансаэро» авиакомпанияһында бөлгөнлөк

«Трансаэро» авиакомпанияһында бөлгөнлөк 06.10.2015

Ул финанс ҡыйынлыҡ кисерә. Был хәл «Библио глобус» туроператоры өсөн дә ауырлыҡтар тыуҙырҙы.

Өҙөлгән ял, бөлгөнлөккө тарыған авиакомпания... Күптәрҙең ял тураһындағы ниәте яҡты хыял ғына булып ҡалған. Сит илгә юллама алып, йылы яҡҡа оса алмаусылар бөгөн аҡсаны кире ҡайтарыу теләге менән яна.
Семён Сарапулов,  Кипрға юллама һатып алыусы: «Турҙар бар, барыһы ла яҡшы», - тип хәбәр итте беҙгә путевка һатыусы. Беҙ  банк картаһынан аҡса күсерҙек. Аҡса күскәс сәғәт ярымдан кире ҡайтырға билеттар ҡалмаған, шуға күрә бер нәмә лә килеп сыҡмай тип шылтыраттылар».
Октябрь һәм ноябрь  Кипрҙа ял өсөн иң ҡулай ваҡыт. Ял итергә теләүселәр был айҙарҙа айырыуса күп була. Улар менән бергә күңелле ял вәғәҙә итеүсе мутлашыусылар ҙа арта. Әлеге осраҡ сираттағы алданыумы? Һорауға яуап эҙләп беҙ туроператорҙарға юлландыҡ.
Турҙар һатыусы:  «Аҡсағыҙ ошо аҙна эсендә ҡайтарыласаҡ. Һеҙгә ни бары әҙерәк көтөргә кәрәк. Аңлашылмаусанлыҡ  килеп сыҡҡаны өсөн ғәфү итегеҙ».
Авиакомпанияның бөлгөнлөккә төшөүе туристар өсөн дә, туроператорҙарға ла уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. «Аэрофлот» менән һөйләшеүҙәр бара. Тик әлегә авиакомпания «Библио Глобус» клиенттарын рейсҡа ҡабул итеү ваҡыты килешелмәгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика