Трактор эҙҙәре ҡайҙа илтә? 22.09.2014

Мәләүез халҡы тарихи ҡомартҡы һаналған боронғо тракторҙы эҙләй.

Һуғышҡа тиклем йылдарҙа сығарылған техника Ергән ҡасабаһы һәм Мәләүез ҡалаһы араһындағы юл буйында ултырған еренән юҡҡа сыҡҡан. Һуңғы тапҡыр уны постаментта ултырғанда июль баштарында күргәндәр. Шунан башҡа тракторҙың эҙе лә юҡ. Халыҡ араһында был ваҡиғаға ҡарата төрлө имеш-мимештәр йөрөй. Тарихи ҡомартҡыны урынына ҡайтарыуҙарын һорап ғауға ҡуптарыусылар ҙа табылды.

Юл ситендә бейек постамент өҫтөндә ултырған тракторҙың юҡҡа сығыуын үткер күҙле юлсылар шундуҡ шәйләгән. Тарихи ҡомартҡы һаналған техниканың ғәйеп булыуына борсолоп Интернет киңлектәрендә ҡыҙыу фекер алышыуҙар ҡуҙғатылды.

Ҡайһы берәүҙәр әллә ысынлап та үткәндәргә ихтирам йөҙөнәнме, әллә сәйәси ҡотҡо һалырға тырышыпмы, тракторҙы кире урынына ҡайтарыуҙарын һорап, ҡыйыу аҙымдарға барҙы. Постаментта төрлө яҙыуҙар ҙа эленә башланы. Ә инде тимергә тапшырғандар, районда техника етмәгәнлектән эшкә еккәндәр, тигән кеүек төрлө имеш-мимештәрҙе бөтөнләй ауыҙлыҡлап булмай.

Эҙләй торғас ҡомартҡыны һуңғы тапҡыр 10 июлдә районда үткән «Баҫыу көнөндә» күреүҙәре асыҡланды. Мин сиҙәм күтәреүҙә ҡатнаштым тигән яңғырауыҡлы яҙыу менән ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһендә ҡатнашҡан. Трактор эҙҙәре беҙҙе тура район хакимиәтенә алып килде. Етәкселәр ҙә юғалған һәйкәлдең ҡайҙалығы тураһында белмәмешкә һалышты. Ләкин, һуңынан асыҡланыуынса, улар ни бар ҡала халҡына көтөлмәгән бүләк эшләргә булған икән.

Игорь Федоров, Мәләүез районы хакимиәтенең капиталь төҙөлөш, транспорт һәм элемтә идаралығы етәксеһе: «Йәшерен түгел, тракторҙы урлап металға тапшырырға маташыу осраҡтары, ысынлап та, булды. Беҙ шул урламаһындар тип әҙерәк төҙөкләндереп, ҡала уртаһына күсереп ултыртырға булдыҡ. Беренсенән, тракторҙы күберәк кеше күрә алһа, икенсенән, ҡала халҡы күҙ-ҡолаҡ була аласаҡ. Тарихи ҡомартҡы беҙҙең өсөн дә үтә ҡәҙерле».

Универсал исемле трактор әле ҡаланың автотранспорт предприятиеһында төҙөкләндерелә. Ул тулыһынса һүтелгән һәм серегән урындары яңынан эшләнә. Тимерҙән яһалған тәгәрмәстәре күптән тергеҙелеп, Салауат ҡалаһына буятырға оҙатылған. Оҫталар уға тәүге ҡиәфәтен кире ҡайтарырға тырыша.

Радмир Усанов, Мәләүез АТП-һы етәксеһе: «Тракторҙың күп кенә деталдәре сереп бөткән. Уны тулыһынса һүтеп өстән бер өлөшөн тигәндәй яңыртырға тура килде. Етмәгән деталдәрен Интернеттан соҡоноп , һүрәттәрҙән ҡарап тергеҙҙек. Тиҙҙән ул өр-яңы техника кеүек буласаҡ».

Трактор урынлаштырыласаҡ парк та билдәле. Әле унда тротуарҙар төҙөкләндерелеп яңы постамент әҙерләнә. Бындай мажараларҙан һуң был урын ҡала халҡының яратҡан урынына әйләнеренә шик юҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика