Тотош илде Еңеү байрамы кәйефе, тантана солғап алды

Тотош илде Еңеү байрамы кәйефе, тантана солғап алды 09.05.2015

Ҡыуаныслы, шул уҡ ваҡытта хәсрәтле көнгә бәйле саралар Рәсәйҙең һәр төбәгендә үтә. Өфөлә төп байрам  ғәҙәттәгесә, Ленин исемендәге майҙанда ойошторолдо.

Өфөләге парадта техника бөтөнләй булманы. Әммә был халыҡта ҡыҙыҡһыныу уятманы тип әйтеп булмай. Октябрь проспекты буйлап сафта 1500-ға яҡын кеше үтте. Улар араһында хәрбиҙәр, эске эштәр һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәре, курсанттар, суд приставтары һәм башҡалар бар ине. Парадта ҡатнашыусыларҙан тыш, резервта торған отрядтар ҙа булды.
Быйылғы парад ҡатмарлы шарттарҙа үтте. Ямғыр яуа, һалҡын ел иҫә. Тик еңеү рухы урғылған күңелдәргә ҡаршылыҡ була алманы.
"Үлемһеҙ полк" акцияһы Өфө халҡын ғына түгел, республика район-ҡалаларынан килеүселәрҙе берләштерҙе. Былтыр көҙ барлана башлаған ветерандар һаны 250 меңгә яҡынлашҡан. Бөгөн ҡаһармандарҙың балалары һәм яҡындары уларҙың фотоһүрәттәрен тотоп Октябрь проспекты буйлап үтте.
Артабан Өфөләге Еңеү парадын байрам концерты дауам итте. Берәү ҙә таралышырға ашыҡманы. Оло Еңеү осҡондары әйтерһең дә, һаман да Рәсәй халҡын эстән йылыта. Еңеү байрамы Өфөлә гөрләп үтте. Һауа торошон ҡарамаҫтан Ленин майҙаны бөгөн халыҡ менән тулы. Бында олоһо ла, кесеһе лә килгән. Кешеләр бер-береһен байрам менән ҡотлай, илгә һуғыш һәм бүтән афәттәрҙең башҡаса килмәүен теләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика