Тормош һынауҙарына ҡарамаҫтан, бөтә донъяла инвалидтар тулы ҡанлы тормош менән йәшәй

Тормош һынауҙарына ҡарамаҫтан, бөтә донъяла инвалидтар тулы ҡанлы тормош менән йәшәй 03.12.2014

Ғаилә ҡора, балалар үҫтерә һәм йәш быуынға өлгө булып тора. Шаран районының Баҙғыя ауылында йәшәүсе Макар Васильев та тап шундайҙарҙың береһе. Бәләкәй сағында бишектән осоп төшөп зәғифләнһә  лә, Макар Александрович тормошта үҙ урынын таба.

Аяҡтары йөрөмәгән килеш, колхозда тракторсы, иретеп-йәбештереүсе булып эшләй. Ауылдаштарына быйма төпләй, мейес сығара. Макар Васильев тормош иптәше Нина Григорьевна менән һигеҙ балаға ғүмер бирә. Әлеге ваҡытта ул - 18 ейән-ейәнсәргә һәм 8 бүләгә олатай. Оло ғаилә ағзалары ҡәҙерле кешеләренә уның йөрәк наҙы һәм тормош батырлығы өсөн рәхмәтле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку