Тормош һынауҙарын үҙ йөрәге аша үткәргән Любовь Теплова һәм Ольга Брайцара ҡасан да булһа суд тупһаһын тапарбыҙ, тип башына ла индермәй

Тормош  һынауҙарын  үҙ  йөрәге  аша  үткәргән  Любовь  Теплова  һәм Ольга  Брайцара ҡасан да булһа суд тупһаһын тапарбыҙ, тип башына ла индермәй 31.03.2015

Бөгөн Республиканың Юғары  судында  уның ҡыҙы Ольга  Брайцараның  тормош  иптәше  Владислав менән берлектә йыйылған   мөлкәтенән һатылған  йортҡа    ҡарата  ялыу ҡаралды.

Любовь Михайловна судҡа яңғыҙы ғына килә алған. Ҡыҙының һаулығы өсөн көрәшкән көндәр  артта ҡалып бара. Улар туғыҙ ай буйына  дауаханаларҙа ятып сыға. Көслө рухлы әсә һәм ҡатындың  әхирәттәре ярҙамында талпан энцефалитетынан ҡаты сиргә  тарыусы Ольганың хәле бер аҙ еңеләйә төшкән. «Башта төҙәлеренә ышанысы булмаһа ла, ҡыҙым аяҡҡа баҫып, яңы журнал сығарыу теләге менән яна» тип белдерҙе Любовь Теплова.
Любовь Теплова: «Ҡыҙым  ҡулдарын йөрөтә башланы, һул ҡулы менән туп ташлай, ҡулын өҫкә күтәрә ала, бер яҡтан икенсе яҡҡа әйләнеп ята. Беҙгә республика дауаханаһының реабилитация үҙәгенән килеп ҙур ярҙам күрһәтәләр».
«Суд ҡарары ғына ҡыҙымдың мөлкәтен үҙенә ҡайтара ала. Әсә белдереүенсә, кейәүе  коттеджды  ҡыҙы больницала ятыуҙан файҙаланып һатыуға ҡуйылған. Ҡыҙым имзаһын ҡуйып ризалығын биреүҙе аңлы рәүештә башҡармаған, ул үҙенең эшмәкәрлеге менән тулыһынса идара итә алмаған», - тип белдерә.
Екатерина Ниғмәтйәнова, Ольга Байцараның адвокаты: «Ольга документтар менән эш иткәндә  үҙенең хәрәкәттәре өсөн яуап бирерлек хәлдә булмай. Суд-медицина экспертизаһы ла быны раҫлай. Бөгөн беҙ суд был эшкә тулыһынса нөктә ҡуйыр, тип ышанабыҙ».
Киров районының Испытаталдәр урамында йәшәүсе коттедж хужалары Закировтарҙың  да хәле еңелдән түгел. Судта Закировтарҙың мәнфәғәтен яҡлаусы һөйләүенсә, йортто улар үткән йәй  үҙҙәренең фатирҙарын һатҡан аҡсаға алған. Буласаҡ хужалар документтарҙа бер нидәй ҙә етешһеҙлектәр һәм ир менән ҡатын -араһындағы һалҡын мөнәсәбәтте  һиҙмәгән. Йорт Закировтарҙың ике бәлиғ булмаған улдары исемендә.
Ике  яҙмыш: һаулығы ҡаҡшаған  Ольга Брайцара һәм һуңғы аҡсаларына йорт һатып алған Закировтар тормошо  боролошон хәл итеү судъяларға еңелдән булманы. Ике сәғәт буйына барған процесстан һуң түбәндәгесә  ҡарар сығарылды.
Суд ҡарары менән Брайцара ғаиләһенең йорт һатыуы ғәмәлдән сыҡҡан тип танылды, Ольга ошо сәғәттән тормош иптәше менән берлектә төҙөгән  йорттоң яртыһының тулы хоҡуҡлы  хужаһы тип танылды. Йорт һатыуҙа мутлыҡҡа барыусы Владислав Брайцараны  суд Закировтарға тейеш сумманы ҡайтарып бирергә тейешлеген таныны. Судтың бындай ҡарарынан һуң  ошо йылдар эсендә  ниҙәр генә кисермәгән Любовь Теплова тулҡынланыуын йәшермәне.
Өфөлө Ольга Брайцара яҡын кешеләренең ысын йөҙөн  үҙе бәләгә тарығас ҡына аңлай. Ҡасандыр уңышлы булған эшҡыуар ханым көтмәгәндә инвалид коляскаһына ултырғас, тормош  иптәше  бөтә мөлкәткә  хужа була. Бер нисә йортон  һәм  Ольганың ҡиммәтле сит ил машинаһын һата. Бөгөн  Башҡортостан Республикаһының Юғары Судында Ольга Брайцары эшенә нөктә ҡуйҙы.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку