Торлаҡ йорттар эргәһендәге тимер гараждар бала-сағаға хәүеф менән янай

Торлаҡ йорттар эргәһендәге тимер гараждар  бала-сағаға хәүеф менән янай 27.10.2015

Әле Өфөнөң Октябрьский районында ла гараждарҙы һүтеүгә дәррәү тотонғандар. Бында көнөнә өс гараж урыны бушатыла. Улар урынына заманса балалар майҙансыҡтары төҙөлә. Тимәк, ҡыҙҙар, малайҙар киләсәктә ситкә китеп түгел, ә үҙҙәре йәшәгән йорт алдында кинәнеп уйнай, ял итә ала.

Йылдар буйы ихата алдарында урын биләгән гараждар күпселек осраҡта машина ҡуйыу өсөн түгел, ә тормош-көнкүрештә файҙаланыуҙан сыҡҡан йорт йыһаздарын һаҡлау урыны булып хеҙмәт итә, ти ,торлаҡ-коммуналь хужалығы етәкселәре. Уларҙы йорт алдынан алғандан һуң, тиҙ арала балалар өсөн бөтә уңайлыҡтары булған уйын майҙансыҡтары ҡалҡып сыға.
Менделеев урамының 213/1 йорто ихатаһы эсендәге майҙансыҡ балаларҙың баҡсанан һәм мәктәптән ҡайтҡан юлында урынлашҡан. Элегерәк бала-саға гараждар араһында сыуалһа, хәҙер күҙ менән ҡаш араһында, үҙҙәре йәшәгән йорт алдында уйнай.
Любовь Самойлова, йорт комитеты ағзаһы: «Баш ҡала етәкселеге күрһәтмәһе буйынса гараждарҙы һүтеү яҡшы башланғыс. Улар урынына балалар майҙансыҡтары, парк төҙөлә. Был эште күптән башларға кәрәк ине».
Менделеев һәм СССР-ҙың 50  йыллығы исемендәге урамдар эсендәге  майҙансыҡ кәртәһе һәм ҡорамалдары менән бергә торлаҡ-коммуналь хужалығына 800 мең һумға төшкән. Майҙансыҡтың яртыһында  гараждар һүтелеп киңәйтелгән.Торлаҡ -коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре артабан да был өлкәлә етди эш алып барасаҡ.
Шәфиев урамында ла тимер гараждар 40 йыл дауамында халыҡты шомландырыусы ер булараҡ тынғылыҡ бирмәгән. Гараждар һүтелеп, улар урынына асфальт түшәлеүенә өлкән йәштәгеләр ҙә шат.
Тамара Казицина, Өфөнөң Октябрь районында йәшәүсе: «Беҙҙең йортта йәшәүселәр исеменән гараждарҙы һүтеүселәргә рәхмәт белдерәм. Элек был урын шомло булһа, хәҙер балаларға лә, өлкәндәргә лә үтеүе рәхәт».
Ярты быуат буйы ҡала эсендә урын биләп тороусы гараждарҙы һүтеүгә хужалары ҡаршы төшкән осраҡтар ҙа бар. Әммә оҙаҡ йылдар дауамында төҙөлөш  һәм иҫкелек ҡалдыҡтарын бикләп тотоу, гараждарға машина ҡуймау үҙен бер нисек тә аҡламай. Балалар ғүмеренә хәүеф янаусы ҡараңғы мөйөштәрҙе яҡты, уңайлы балалар майҙансыҡтарына әйләндереү көн талабы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку