Торлаҡ-коммуналь хужалығы төпһөҙ ҡалъя тип яҙа беҙгә Благовещенда йәшәүселәр

Торлаҡ-коммуналь хужалығы төпһөҙ ҡалъя тип яҙа беҙгә Благовещенда йәшәүселәр 08.11.2016

Ҡаланың Першиндар урамы, 4-се йорттоң фатир хужалары хеҙмәтләндереүсе ойошма һәр эш өсөн уларҙан өҫтәмә аҡса талап итә тип зарлана. Ә ремонттың сифатын әйтеп тораһы ла түгел. Халыҡ хатта, 2013 йылға тиклем, капиталь төҙөкләндереү булғансы, йәшәү шарттары яҡшыраҡ ине тип хәтерләй. Идарасы ойошма иһә йорттағылар коммуналь уңайлыҡтар өсөн түләмәй тип аңлата. Дөйөм бурыс миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

Татьяна бүлмәһендәге үңәҙҙе  тиҫтә йылға яҡын бөтөрә алмай. Ниндәй генә сара ҡулланмайым, нисек кенә буяһам да ҡотолорлоҡ түгел, тип зарлана ҡатын. 18 квадрат метрҙа ул тормош иптәше һәм ике балаһы менән йәшәй. Бүлмәлә һәр ваҡыт тынсыу булғанға Татьяна сабыйҙарының һаулығы өсөн боросола.
Татьяна Баранова, Першиндар урамы, 4-се йортта йәшәүсе: «Бер нисек тә ҡоромай был стеналар. Инде нимә эшләргә лә белмәйбеҙ. Иң мөһиме балаларҙың һаулығы ҡаҡшамаһын инде бындай шарттарҙа йәшәүҙән».
Ғаилә элекке ятаҡта йәшәй. Бындағы шарттар ҡот осорлоҡ ти урындағылар. Шул уҡ ваҡытта ай һайын 2-3 мең һумлыҡ коммуналь түләүҙәр квитанциялары килеп тора. Ә инде берәй нәмә йүнәтергә кәрәк булһа, беҙҙән тағы аҡса йыялар тип аптырай халыҡ.
2013 йылда бинала капиталь ремонт булған. Ләкин уның сифаты  һорау тыуҙыра. Эйе, торбалар алмаштырылған, ләкин электр сымдары күп урындарҙа бер ниндәй ҙә изоляцияһыҙ ҡалыуын дауам итә, уларға һыу эләккәс күңелһеҙ осраҡтар булғылай.
Йәйгеһен ихатала асфальт түшәлгән. Уның өсөн дә урындағы халыҡтан аҡса түләткәндәр. Уртаҡ ҡарар буйынса тип аңлатһалар ҙа күпселек фатир хужалары ризаһыҙлыҡ белдерә.
Ә бына йорт советы рәйесе аңлатыуынса, асфальт түшәү буйынса ҡарар дөйөм нигеҙҙә  ҡабул ителгән. Тик йыйылышҡа бер нисә кеше генә килгән.
Римма Шәрипова, Першиндар урамы, 4-се йорт советы рәйесе: «1984 йылда төҙөлгән бина хәҙер инде тыштан да емерелә башлаған. Уның эргәһендә йөрөүселәр ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя тиергә лә була».
Әлеге ваҡытта йорт ҡаланың «Жилкомсервис» ойошмаһы ҡарамағында. Бында аңлатыуҙарынса, фатир хужаларының бөтәһе лә коммуналь уңайлыҡтар өсөн ваҡытында түләп бармай.
Йортта йәшәүселәр, уңайлыҡтар түләүҙәргә тап килмәй тип бурыс туплай, ә хеҙмәтләндереүсе ойошма, финанс етмәгәнлектән, ваҡ-төйәктән башҡа бер нимәне лә төҙөкләндерә алмай. Шулай итеп, сикле ҡуласа барлыҡҡа килә түгелме? Ә бит ике яҡ та бурыстарҙы һәм хеҙмәттәрҙе еренә еткереп үтәһә, бәлки, тормоштары ла еңелерәк булыр ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика