Торбаларға кем хужа йәки күп ҡатлы йортта үткәрелгән  капиталь ремонт ваҡытында фатир эсендәге инженер селтәрҙәрҙе  алмаштырыу ни өсөн түләүле? 16.03.2015

Баш ҡаланың Бессонов урамындағы 26 йортта йәшәүселәр аптырашта.    

Торбалар иҫкергән.  Бессонов урамындағы күп ҡатлы йортта  капиталь ремонт утыҙ йыл инде үткәрелмәгән. Быйыл февраль айында башланған төҙөкләндереү эштәре менән фатир хужалары риза түгел. Ремонт эшләүсе подрядсы ойошма һыу үткәргес һәм  канализация торбаларын  ғына алмаштыра. Ванна бүлмәһендәге һәм кухнялағы һыуыҡ һәм йылы һыу торбалары әлегә шул килеш. Сөнки яңылары өсөн аҡса түләргә кәрәк.
Сергей красильников, Бессонов урамындағы 26-сы йортта йәшәүсе: «Фатир эсендәге торбаларҙы алыштырыу түләүле, тиҙәр. Минең ундай аҡса таба алмайым. Аҡсам  юҡ».
Күп ҡатлы йорттарҙа ремонт  үткәрә башлау менән бик күп һорауҙар килеп тыуа. Инженер селтәрҙәрен ҡутарып, яңыһына алмаштырыу оло бәләгә әүерелә.
Людмила Андреева, Бессонов урамындағы 26-сы йортта йәшәүсе: «Мастер килеп  ул торбаларҙы алмаштырыу өсөн биш мең һум һораны.  Материал үҙе бер мең һум тора, ти. Ә күрше йортта ошо уҡ хеҙмт өсөн аҡса алмағандар».
Боҙоҡ телефон яҡшы эшләй.  Ҡасандыр капиталь  ремонт ваҡытында, бәлки, аҡса алмай ғына  яңыһын да ҡуйып киткәндәрҙер. Хәҙер донъя үҙгәрҙе. Был осраҡта «Торбаларға кем хужа?» , тигән һорауға яуап эҙләргә кәрәк.
Азамат Хисаметдинов, Башҡортостан төбәк операторы матбуғат хеҙмәткәре: «Капиталь ремонт ваҡытында  йорттағы инженер селтәрҙәрен, һыу,  газ менән тәьмин итеү, йорттоң тышҡы йөҙө, ҡыйығы, лифт, подвалы төҙөкләндерелә. Һыу торбаларына килгәндә, уларҙың фатирҙағы иҫәпләү ҡоролмаһына тиклемге өлөшө дөйөм  йорт милкенә ҡарай, ә ҡалғаны торлаҡ хужаһыныҡы. Бындай иҫәп тәртибе Рәсәй Федерацияһының  Торлаҡ кодексына ярашлы эшләнә. Ул    2006 йылдың 13 авгусындағы 491-се ҡарар».
Һыуҙы фатир менән тоташтырыусы торбалар дөйөм милек һәм  уны ремонтлау өсөн йортта йәшәүселәр ай һайын  индергән коммуналь түләүҙәр  аҡсаһы тотонола. Ә ҡалғанын алмаштырырғамы-юҡмы - фатир хужаһы иркендә.
Ҡалаларҙағы күп ҡатлы йорттарҙы төҙөкләндереү хәҙер  төбәк операторҙары иңендә. Былтыр республикала был эш  540 йортта башҡарылған, быйыл 920 йортта капиталь ремонт үткәреү  планлаштырыла.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика