Торған ерҙән кире тыуған яҡҡа 10.03.2016

Донецк өлкәһенең Макеевка ҡалаһында йәшәүсе Азизовтар балаларының сәләмәтлеге өсөн борсолоп йыл ярым элек Башҡортостанға күсеп килә. Бөгөн улар эш урындары менән тәьмин ителгән, ғаилә ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәй. Өфөлә яңы тормош башлауға бигерәк тә ҡыҙҙары ҡыуана.

Донецк өлкәһенән Лена Азизова башҡорт мәктәбендә уҡыуына шатлығын йәшермәй. Ҡыҙға бигерәк тә теүәл фәндәр еңел бирелә. Ғаиләнең туҡтауһыҙ атыш һәм шартлау тауыштарынан ҡасып Өфөгә килеп төпләнеүенә йыл ярым ваҡыт үткән.
Елена Азизова, 10-сы синыф уҡыусыһы: «Бында уҡыуы ауырыраҡ кеүек. Минеңсә, Донецк өлкәһендә мәғариф кимәле көсһөҙөрәк ине. Йыл ярым эсендә бәләкәй генә уңыштарым да бар, башҡорт телен өйрәнәм. Һағындырһа ла, әлегә тыуған яғыма кире ҡайтырға теләгем юҡ... Баш өҫтөндә осҡан самолеттарҙы, шартлау тауыштарын оноторлоҡ түгел. Донъяла тыныслыҡ булһын ине».
Лена Азизова баш ҡалала үткәрелгән мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалмай. Сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирә. Күп кенә конкурстар еңеүсеһе ул. Бынан тыш, ҡыҙ яңы дуҫтар табыуы менән дә бәхетле.
Киләсәктә Лена тормошон сәнғәт менән бәйләргә уйлай. Хыялы - юғары уҡыу йортона бюджет нигеҙендә уҡырға инеү. Әйткәндәй, ҡыҙ әлегә ата-әсәһе менән ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәй. Әсәһе Виктория Азизова йәшәгән йорто эргәһендәге балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлашҡан, атаһы ла эшһеҙ йөрөмәй. Ғаилә нисек тә булһа матди яҡтан нығынырға тырыша. Азизовтарға Башҡортостанға күсенгәндә документтар яғынан ҡыйынлыҡтар булмаған. Етмәһә, бында туғандары ла бар.
Виктория Азизова, Ленаның әсәһе: «35 йыл элек тормош иптәшем алты айлыҡ сағында ҡапыл сирләп китә. Табиптар климатты алмаштырырға ҡуша. Шуға ҡайны-ҡәйнәм иптәшемдең сәләмәтлеген ҡайғыртып, Башҡортостандан Украинаға күсенә. Бына хәҙер беҙ йәнә Өфөлә, иремдең тыуған яғындабыҙ. Яҙмыш ҡушыуылыр, күрәһең».
Азизовтарҙың татыу ғаиләһе тыныслыҡтың ҡәҙерен яҡшы аңлай. «Артҡа юл юҡ»,- ти улар. Ни тиһәң дә, күсмә тормош, йәшәгән урынды алыштырыу балаларҙың психикаһына яҡшы йоғонто яһамауы көн кеүек асыҡ. Лена ҡустыһы менән баш ҡала парктарын оҡшатып өлгөргән дә инде. Иң мөһиме Башҡортостандың хозур тәбиғәте, халҡы яҡын уларға.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика