Үткәндәр һағында 26.08.2015

Башҡортостандың Үҙәк тарих архивында һаҡланған документтарҙың бер өлөшөн Бөрөгә күсереү тигән хәбәр йәмәғәтселектә оло бәхәс тыуҙырҙы. Быға бәйле «Халыҡ фронты - Рәсәй өсөн» дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе ағзалары тарихсылар, крайҙы өйрәнеүселәр менән түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.

Билдәле булыуынса, Өфөлә архивтың дүрт бинаһы бар, уларҙың береһе авария хәлендә тип иҫәпләнә. Карл Маркс урамындағы 1839 йылда нигеҙ һалынған йортта 170 меңгә яҡын документ һаҡлана. Ләкин бында эшләү хәүефле. Иҫке бина стеналарында ярыҡтар барлыҡҡа килгән. Бигерәк тә нигеҙ ҡаҡшаған, ти ойошма хеҙмәткәрҙәре.  Был йортто киләһе йылдың 15 мартына тиклем бушатырға ҡушылған. Бөрө ҡалаһына күптән ҡулланылмаған, һорау тыуҙырғаны булмаған рәсми ҡағыҙҙарҙы йүнәлтеү күҙаллана.
Тарихсылар был бинаны һүтергә, тарихи-мәҙәни ҡомартҡыны емерергә ярамай тигән ҡарашта. Архив урынлашҡан йорт ҡаланың йөҙөн дә билдәләй. Архитектур яҡтан мөһабәт бинаны һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе махсус экспертизанан һуң билдәле буласаҡ. Әлегә документтарҙы күсереү-күсермәү хаҡында теүәл яуап юҡ. Барыһы ла октябрҙә асыҡланасаҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика