Үткән төндә күпләп ҡар яуыуы, һауа торошоноң тотороҡһоҙланыуы юлдарҙа ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы 15.01.2016

Беҙҙең ижади төркөм Өфөнөң Сипайлово - ИНОРС биҫтәһенә  һәм Өфө үҙәгенә илтеүсе  оло юлда транспорт тығындарына һәм бер нисә еңел автомобилдәр бәрелеүенә шаһит булды.

Благовещендан Өфөгә йөк ташыусы Николай Карасевҡа юл хәрәкәте  хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары ярҙамға ашыға. Улар күрше һыҙаттарҙа автомобиль хәрәкәтен туҡтатып, йөк тейәгән ҙур машинаға артҡараҡ сигенеү мөмкинлеге бирә. Был тирәлә юл тығындары алты бал тәшкил итә. Сипайлово биҫтәһе эргәһенән үткән оло юл төрлө ҙурлыҡтағы машиналар парадын хәтерләтә. Инорс биҫтәһенән Өфө үҙәгенә табан килеүсе ҙур фуралар бөтөнләй хәрәкәт итә алмай. Епшек ҡар ҡатламы өҫтөнән тәгәрмәстәр ауыр ҡуҙғала. Шуға ла ҙур тонналы фураларҙы тағы ла ҡеүәтлерәк машиналар буксирға ала. Бындай хәлгә  Өфөнөң юл  өсөн яуаплы коммуналь хеҙмәттәре юлды ҡарҙан ваҡытында таҙартмауы сәбәпсе.
Владимир Бекетов, автоһәүәҫкәр: «Юлды бөтөнләй таҙартмағандар. Сәғәттән ашыу ИНОРС биҫтәһенән Өфө үҙәгендәге дауаханаға барып етә алмайым
Башҡортостан гидрометерология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы хеҙмәте белгестәре  тотороҡһоҙ һауа шарттарында водителдәрҙе оҙон юлға сыҡмаҫҡа саҡыра».
Анна Козаева, Башҡортостандың гидрометерология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы етәксеһе: «Һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы Өфө-Силәбе трассаһында  ла ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Шуға күрә водителдәрҙең яҡын арала оҙон юлға сыҡмауы хәйерле. Иртәгә һауа торошо бер аҙ яҡшырыр тип көтөлә. Атмосфера баҫымы күтәрелә, көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы күҙәтеләсәк.  Иң һыуыҡ төн йәкшәмбегә тура килә».  
Тәбиғәт шарттарының ҡатмарлашыуы һөҙөмтәһендә М-5 трассаһында  юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Ике автомобиль бәрелешеүе һөҙөмтәһендә кеше ғүмере өҙөлгән. Водителдәр  һәм уларҙың пассажирҙарҙары ауыр һауа шарттарында оҙон сәфәрҙәргә сығырға ашыҡмаһын ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика