Үткән аҙнала ойошторолған өмәләрҙә үҙҙәрен иң әүҙемдәр тип Ауырғазылар, Белореттар һәм Бөрйәндәр күрһәткән

Үткән аҙнала ойошторолған өмәләрҙә үҙҙәрен иң әүҙемдәр тип Ауырғазылар, Белореттар һәм Бөрйәндәр күрһәткән 20.04.2015

Дөйөм алғанда тирә-яҡты таҙалауға 500 меңдән ашыу кеше сыҡҡан.

Был рәүешле Республика майҙанының 23 проценты сүп-сарҙан таҙартылған. Бынан тыш, республикала 800 төптән ашыу ағас ултыртылған, 167 мең квадрат метр юл ҡатламы төҙөкләндерелгән.  Ә бына йәкшәмбе көнө бер төркөм йәштәр Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле битләүен тәртипкә килтереүгә сыҡты. Был ерҙәргә әллә күпме йылдар кеше ҡулы тейгәне юҡ ине. Территорияны бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр бүлеге шефлыҡҡа алды.
Ике сәғәт эсендә генә экологик өмәлә ҡатнашыусылар 200-ҙән ашыу тоҡ сүп-сар йыйҙы. Милли геройыбыҙ тирәһендәге майҙан күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Ҡала халҡының яратҡан ял урынының таҙарыуын үтеп йөрөүселәр ҙә билдәләне. Егеттәр һәм ҡыҙҙар акцияға аңлы рәүештә, ҡалала тәртип урынлаштырыу теләге менән сыҡҡанын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика