Тирә-яҡ мөхит мониторингында заман технологиялары

Тирә-яҡ мөхит мониторингында заман технологиялары 12.05.2017

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы пилотһыҙ осоу аппараттары менән йыһазландырыла. Улар айырыуса һаҡланған биләмәләрҙә тәртип боҙоу осраҡтарын асыҡлау һәм теркәү эшенә булышлыҡ итә тигән фекерҙә белгестәр.

Асҡын тәбиғәт заказнигы мышыларҙың яратҡан урыны. Инспектор Рәлиф Закиров хайуандарҙы уңышлы ҡышлатыу өсөн байтаҡ көс һалған. Айырыуса һаҡланған биләмәне ҡырағай йәнлектәр  белә. Был тирәгә браконьерҙар һирәк аяҡ баҫа, кешеләр ҙә һаҡсылыраҡ ҡылана, шуға ла урамандағы йән эйәләре ҡышты уңышлы үткәрә ти инспектор.
Тәбиғәт заказнигы күбеһенсә һунар йәнлектәрен үрсетеүгә махсуслашһа ла, үҫемлектәр донъяһы ла бай. Башҡортостандың айырыуса һаҡланған биләмәләр дирекцияһының бүлек етәксеһе Гөлшат Мөхәмәтдиноваға республика төбәктәренә йыш сығырға тура килә. Һуңғы осорҙа  пилотһыҙ осоу аппараттарын һынауҙа ла ҡатнаша. Улар ярҙамында экологик күҙәтеү эшенә заман һулышы бирелде ти белгес.
Асҡын тәбиғәт заказнигы майҙаны 16 мең 600 гектар. Инспекторҙарға биләмәләрҙе йәйәүләп үтеү өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителә. Өҫтәүенә, кеше аяғы һирәк баҫҡан урындарға үтеүе лә ҡыйын. Пилотһыҙ осоу аппараттарының бындай етешһеҙлектәре юҡ. Улар һауанан экологик күҙәтеү эшен алып бара.
Асҡын тәбиғәт заказнигында нетфть тә сығарыла. Шуға ла заманса ҡоролмаларға ихтыяж бар, ти инспекторҙар. Яңыраҡ ҡара алтын ергә түгелеү осрағы ла асыҡланған. Әммә майлы тап  заказник сигенең тышында булыу сәбәпле, материалдар федераль органдар ҡарамағына тапшырылған. Дөйөм алғанда, сәнәғәтселәр тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта, ти айырыуса һаҡланған биләмәләр дирекцияһы етәксеһе урынбаҫары Фәрит Абдуллин.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында заман ҡаҙаныштарын үҙләштереү артабан да дауам итәсәк . Технологияларҙың юғары һөҙөмтәләре  сығымдарҙы тулыһынса аҡлай,-ти белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика