«Тимер ат»ты йүгәнләүсе

«Тимер ат»ты йүгәнләүсе 18.03.2016

Ишембай районы Әхмәр ауылында йәшәүсе Наил Әминев  автомобиль, мотоцикл һәм башҡа техниканың запас частары, төрлө металл киҫәктәре ярҙамында яңы моделле машина, мини тракторҙар йыйыу менән шөғөлләнә.  

Был машинаға ике тиҫтәгә яҡын бүрәнә тейәлгән. «Тимер ат»тың тағылмаһы бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, Әхмәр ауылы егеттәре ағастарҙы ергә төшмәҫлек итеп нығытып ҡуйған. Йөк ташыу өсөн ҡулайлаштырылған яңы техникала йәйгеһен бесәнен дә, ҡомон да ташығандар.
Ҡышҡыһын был машинала алыҫ китеп булмай. Наил Әминевҡа иҫке "Волга"ны үҙгәртеп ҡороу өсөн яҡынса өс ай ваҡыт талап ителә. Башта ул был автомобилдең өҫкө-артҡы өлөшөн ҡырҡып ташлай, артабан төрлө запас частар, тимер-томор һатып алып, яңы модель проекты өҫтөндә эшләй. Тағылмаһын да үҙенә кәрәкле үлсәмдә яһай. Кузовты күтәреү өсөн цилиндр ҙа ҡуя, был йөктө бушатыу процессын еңеләйтә. Әйткәндәй, оҫта ҡуллы егет был техниканы дүрт йыл элек ҡора.
Һөнәре буйынса ашнаҡсы булһа ла, Наил Әминев оҫта иретеп- йәбештереүсе лә. Егет был йүнәлештә атаһының өйрәтеүҙәре буйынса маҡтанырлыҡ уңышҡа ирешә. Хәҙер уның шәхси мини тракторы ла бар. «Иж-планета» мотоциклы двигателендә йөрөгән техника бесән, сүп-сар ташыу өсөн махсус рәүештә ҡороллған. Сәғәтенә илле километр тиҙлек йыя ала. Йүнсел бында  комбайн, төрлө автомобилдәрҙең дә запас частарын ҡулланған.
Наил Әминев әсәһе өсөн ныҡлы терәк, ауылдаштары ла уны һәр ваҡыт маҡтап телгә ала. Электр уты үткәреү булһынмы, мейес сығарыумы - барыһы ла ҡулынан килә. Бынан тыш, автомобилдәрҙе ремонтлау нескәлектәренә лә төшөнгән..
Әхмәр ауылы урамдары буйлап яңы моделле «кабриолет», мини тракторҙар үткәне бар, урындағы йәштәр йүнселдән иретеп-йәбештереү серҙәренә лә төшөнә башлаған. Әйткәндәй, әлеге көндә Наил Әминев балалар өсөн бәләкәй багги өҫтөндә эшләй. Киләсәктә үҙенең оҫтаханаһын асыу тураһында хыяллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку