Тиҫтә йылға һуҙылған ер мәсьәләһе 21.07.2014

Иглин районының Аҡбирҙе ауылында йәшәүсе күп балалы Насировтар ғаиләһе тураһында беҙ уҙған сығарылыштарҙа һөйләгәйнек. Алты балалы йәш ғаилә  әсәләренең иҫке йортонда көн итә. Улар үҙҙәренә йорт һалып инергә ниәтләй, әммә  тейешле ер участкаһын ала алмай ине. Әлеге көндә мәсьәлә ыңғай хәл ителгән. Уларға ер бүленгән. Әммә  йәнә аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан.

Лилиә Насирова алты бала тәрбиәләргә, эшкә йөрөргә лә өлгөрә.  Сабыйҙарының өҫтөн бөтәйтеү өсөн уға  бер йәшлек малайын  ҡалдырып эшкә сығырға тура килгән. Әле ул тормош иптәше һәм балалары менән әсәһе йортонда йәшәргә мәжбүр. Уларҙан тыш өйҙә Лилиәнең ике балалы һеңлеләре - барлығы 14 кеше йәшәй. Ғаилә әсә йортонан айырым сығып йорт һалылырға ниәтләй.  Әммә урындағы хакимиәт төрлө сәбәптәр менән был һорауҙы кисектереп тора.  
Ғаиләгә ер бирелмәй түгел - бирелә. Бер нисә йыл элек ауыл уртаһында тәүге участка тәҡдим ителгән. Әммә унда  трансформатор будкаһы булыу сәбәпле хакимиәт уны кире тартып алған. Ә бер аҙҙан унда таш һарайҙар үҫеп сыға. Ауыл хакимиәте юлын тапай торғас, быйыл мартта соҡор эсендә икенсе участҡа тәҡдим ителгән.  Был майҙанды тигеҙләү өсөн генә лә ғаиләгә бик күп аҡса талап ителә. Ә бында, өҫтәүенә, зәңгәр яғыулыҡ та, электр уты ла, хатта машина үтерлек юл да юҡ. Өсөнсө участка ауыл уртаһында урынлашҡан. Яҡында мәктәп һәм балалар баҡсаһы ла бар.
Күп балалы ғаиләләргә тейешле ерҙе Насировтар 12 йыл буйы юллай. Ниһайәт уларға ауыл уртаһында 15 сутый ер бүләләр. Әммә бында ла проблемалар барлыҡҡа килгән.  Ерҙең элекке хужаһы урында төҙөлөш эштәрен башлаған.
Әсә һүҙҙәренсә, ғаилә участканы таҙартҡас та билдәһеҙ кешеләр бында гараж төҙөү өсөн нигеҙ ҡаҙый башлаған. Әҙер урынға төҙөлөш материалдарын да килтергәндәр. Ҡулында участкала төҙөлөшкә  рөхсәт ҡағыҙҙары булһа ла, ғаилә аптырауҙа ҡалған. Аҡбирҙе ауылы хакимиәте башлығы иһә мәсьәлә кисектермәҫтән хәл ителәсәк тип белдерҙе.
Йәш ғаилә үҙҙәренә закон буйынса тейеш булған ер биләмәһен алыуға өлгәште. Бының өсөн ун ике йыл көрәшергә тура килһә лә. Ә хакимиәттә урында барлыҡҡа килгән мәсьәләне бер аҙна эсендә хәл итергә вәғәҙәләнеләр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика