Тиҙҙән Өфө аэропортының эске терминалы яңыртыласаҡ

Тиҙҙән Өфө аэропортының эске терминалы яңыртыласаҡ 04.08.2015

Республика етәкселеге ошондай ҡарар ҡабул итте. Әлеге ваҡытта аэродром биләмәһендә  икенсе осоу-ултырыу  һыҙаты төҙөкләндерелә, перрон нығытыла.  

Өфө аэропорты тарихының алтын бите...15-ләгән ил башлыҡтарының лайнерҙары баш ҡалабыҙ аэропортына ултыра.  Самолеттарға ултырыу йомшаҡ һәм уңайлы булһын өсөн меңәрләгән төҙөүсе тырышҡан. Саммиттарға тиклем яңы ултыртыу һыҙатын сифатлы итеп төҙөп, файҙаланыуға тапшырыу ике йыл ваҡытты  ала. Быға граждандар аэропорттары  федераль хакимиәтенең  рөхсәт документтарын оҙаҡ әҙерләүе лә  сәбәпсе була.
Ростислав Никитин, халыҡ -ара «Өфө» аэропорты генераль директорының беренсе урынбаҫары: «Һыҙатты сафҡа индереү оҙаҡ дауам итте.  Ләкин беҙ бөтә пролемаларҙы ла  йырып сыҡтыҡ һәм мәсьәләне хәл иттек».
Аэропорт төҙөлөшөндә ҡатнашыусылар өсөн саммиттар башланған 8  июль иҫтәлекле көн. Төҙөкләндереүҙең тәүге этабы уңышлы башҡарылған. Осоу һыҙатын ремонтлауҙан тыш, республика етәкселеге тәҡдиме менән яңы халыҡ-ара терминал төҙөлгән. Пассажирҙар үткәреү мөмкинлеге 200-ҙән 800 кешегә тиклем артҡан. Аэропортҡа инеү юлдары йыһазландырылған, яңы парковка урындары төҙөлгән.
Вячеслав Шульга, халыҡ-ара «Өфө» аэропортының  төҙөлөш  директоры: «Төҙөлөштөң был  этабын  саммиттар башланыуға тамамларға тырыштыҡ. Эште туҡтатыу хаҡында һүҙ ҙә булманы».  
Аэродром көндән-көн яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Федераль аҡсаға икенсе һыҙат нығытыла. Ҡырҡ сантиметр ҡалынлыҡтағы ҡатлам 25 йыл хеҙмәт итергә тейеш. Перронды һәм самолет туҡталыштарын  бетонлағас, Боинг һәм Аэробус кеүек эре фезюляжлы самолеттар ҙа ултыра аласаҡ.
Кирилл Глаголев, аэродромды төҙөкләндереү проекты етәксеһе: «Яңы терминал алдында беренсе һәм өсөнсө туҡталыштарҙың  юл ҡатламы тулыһынса алыштырыласаҡ . Элекке асфальт-бетон ҡатламы урынына дөйөм ҡалынлығы бер метр ҙа биш сантиметрлы бетон япма буласаҡ».
Рәсәй буйынса осоусы пассажирҙарға ла тейешле иғтибар бүленәсәк. Рөстәм Хәмитов тәҡдиме  менән эске терминал да үҙәртеп ҡороласаҡ. Пассажирҙарҙы үткәреү һәләте ике тапҡырға артасаҡ. Өфө аэропотын модернизациялау тағы ла бер нисә йыл дауам итәсәк. Ремонт барышы пассажирҙарға уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмай. Өфө аэровокзалы күптән инде төбәк аэропорты статусынан сығып, халыҡ-ара транспорт үҙәгенә әүерелгән.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку