Тере лә, үле лә түгел

Тере лә, үле лә түгел 31.03.2015

Салауат ҡалаһында  йәшәүсе пенсионер Анатолий Кривобоковты  банкта, дауаханала, почтала хеҙмәтләндереүҙән баш тарталар. Ойошмала уҙаманға уның документтар буйынса үлгән булыуы хаҡында хәбәр итәләр. Үҙенең үлеме хаҡында белмәй йәшәгән уҙаман төрлө инстанцияларҙың ишеген шаҡый, һәм ваҡиға көтөлгәндән дә ҙурыраҡ даирә ала. Ни өсөн тере кеше паспорты буйынса үлгәндәр исемлегендә?

Анатолий Кривобоков банкка юлланған көндө үҙенең үлеме хаҡында ишетермен тип башына ла килтермәгән. Оператор федераль миграция хеҙмәте базаһында  уның паспорты бынан ике ай элек  ғәмәлдән сыҡҡанлығын әйтә.  Пенсионер үҙенең башҡа документтарын күрһәтеүгә ҡарамаҫтан,  иҫәптән аҡса биреүҙән дә  баш тарталар.
Анатолий Кривобоков, пенсионер: «Банкта хеҙмәтләндереүҙән баш тарттылар. Был аңлашылмаусанлыҡ өсөн кем яуап бирергә тейеш?»
Тәүҙә Анатолий Павлович финанс ойошма кимәлендә хата киткән тип уйлай. Икенсе банкка бара. Әммә унда ла уҙаманды хеҙмәтләндереүҙән баш тарталар. Табипҡа күренергә барһа, унда ла  пенсионерҙы ҡабул итмәйҙәр. Регистратурала уның картаһын үлгән пациенттар базаһына күсергәндәр.
Асыҡлыҡ индереү маҡсаты менән ул паспорт өҫтәленә бара.  Паспорттың ғәмәлдән сығыуы уның эйәһенең үлеме менән бәйле тигән яуап ала.  Ул ғына ла түгел,   уның иҫән тормош иптәше лә гүр эйәһе икән...
Анна Кривобокова:  «Ниңә тереләй күмәләр икән? Ул ҡайтып әйткәс тә мин иланым, ҡайғырып беҙ хәҙер бер кемгә лә кәрәкмәйбеҙ тип уйланым».
Ваҡиғаның башы 2003  йылға барып тоташыуы асыҡлана.  Ул саҡта  ил буйынса  кешеләр Совет паспорттарын Рәсәйҙекенә алмаштыра. Башҡортостанға Дәүләт знагы  башҡорт телендәге ҡушымта менән  һәм ҡушымтаһыҙ паспорттар  сығара.  Ниңәлер  уларҙың ике төрөндә  лә бер үк серия номерҙары  баҫылған булып сыға. Бер  төрлө номерлы паспорт ике кешегә бирелә. Ике даналағы  ундай паспорттар туҡһан меңгә еткән. Республикала уларҙың егерме меңен таратып өлгөргәндәр.    
Роза Макаева, Федераль миграция хеҙмәтенең  Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Ул проблема яйлап  үҙен белгертә башланы. Рәсәйҙең федераль миграция хеҙмәтендә һәм беҙҙең идаралыҡта уның буйынса эштәр алып барыла. Беҙ граждандарға паспорттарын алмаштырырға йә төҙәтергә тәҡдим итәбеҙ. Был хатаны төҙәтеп була».
Яңылыш  паспорттар  бирелеүе хаҡындағы мәғлүмәт ул саҡта  йомола. Берҙәм база менән файҙаланыу хәҙерге кимәлдәге кеүек үк булмағас, тынысланғандарҙыр. Әммә беҙ ҡапсыҡта ятмай. Шәхес хаҡындағы иң мөһим документ тапшырыуҙағы хата хәҙер ҡалҡып сыҡты. Ул паспорттар 8003 серия номеры аҫтында баҫылған. Тимәк, әгәр һеҙҙең паспорт ошо һандар аҫтында икән, һеҙҙең дә Кривобоковтар хәленә ҡалыуығыҙ ихтимал. Әгәр паспорттың икенсе эйәһе вафат булып ҡалһа. Был хәлдән сығыу юлы бар. Яңы паспорт алырға тура киләсәк.
Рәмилә Исмәғилева


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку