Телевизор аша ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ һәм башҡа халыҡ вәкилдәренең, рәсми сарала булһынмы, көндәлек тормоштамы, милли кейем кейеүенә көнләшкәнегеҙ барҙыр 05.01.2015

Үҙҙәренә генә хас нағыштар менән биҙәлгән  кейем кейеүсе халыҡтар байтаҡ.  Нишләп беҙҙә юҡ һуң ул күренеш? Беҙ әллә милли кейемебеҙҙән оялабыҙмы? Бар ул башҡортҡа ғына хас биҙәктәр менән тегелгән өҫ кейеменә өҫтөнлөк биреүселәр, әммә улар бармаҡ менән һанарлыҡ һәм  башлыса йәмғиәткә билдәле шәхестәр.  Әйтергә кәрәк, уларҙың ҡиәфәте бик зауыҡлы күренә. Ә нишләп милли элементы булған кейемдәр күпләп тегелмәй? Бәлки, ихтыяж юҡтыр?

Зифа Толомбаева инде ун биш йылдан ашыу балаларҙы һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәтә, ә инде буш ваҡытта милли орнаменттар менән байытылған, замансалаштырылған кейемдәрҙең эскизын эшләй. Әммә әлегәсә улар ҡағыҙҙа ҡала. Шуға ла кәрәкле һаналған шөғөлдөң ҡыҙығы ла юғала, ти ижадсы. Башҡорт милли орнаменттарын ҡулланып кейем тегеүселәрҙе юҡ тип әйтеп булмай. Һанаулы булһа ла бар. Өфөлә йәшәүсе игеҙәктәр Әлфиә менән Гөлфиә Хамматовалар, мәҫәлән, заказ буйынса төрлө байрам сараларына, туй мәжлестәренә ҡупшы күлдәктәр тегеп туғандарын, дуҫтарын ҡыуандыра. Миллилелектең өҫ-баштан башланыуын иҫәпкә алып, ғорурланып кейеп йөрөрлөк итеп тегә улар. Ҡыҙҙар үҙҙәре лә көндәлек тормошта стилләштерелгән милли кейемдәргә өҫтөнлөк бирә. Рәссам, дизайнерҙарҙың теләге бер: республикала милли колоритты үҫтерерҙәй тегеү фабрикаһы кәрәк. Әлбиттә, уларҙы юҡ тип тә әйтеп булмай. Башҡортостанда биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәрен етештереүсе "Ағиҙел" предприятиеһы бар. Улар башлыса милли сувенирҙар, боронғо башҡорт милли костюмдарын етештереү менән мәшғүл. Ҙур ойошмала замансалаштырылған кейемдәр тегеүсе тармаҡ булһа яҡшы булыр ине, тигән фекерҙә милли кейем кейергә теләүселәр. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа республикала йәшәүсе башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары боронғо ысулды файҙаланып эшләнгән милли биҙәүес әйберҙәрен таға башланы. Матур күренеш. Бер үк ваҡытта республиканың төрлө райондарында үҙ етештереүселәре лә барлыҡҡа килде. Сөнки тауарға ихтыяж бар. Шуға ла, бер икеләнеүһеҙ замансалаштырылған, милли нағыштар, орнаменттар менән байытылған кейемдәрҙең сауҙала үтемле тауар булырына шик юҡ. Бары тик эшкә ныҡлап тотоноу зарур. Быға бәйле социаль селтәрҙәрҙә башҡорт орнаменты менән биҙәлгән кейемдәрҙең кәрәклеге күтәрелә. Төрлө яҡлы фекерҙәр яңғырай... Тәнзилә Дәүләтбирҙина: «Мин ыңғай ҡараштамын. Ике төрлө бишмәт тектерҙем. Береһе йәшел, орнамент менән, икенсеһе көрән төҫтә. Уныһына ысын тәңкәләр һалдырҙым. Ҡыуанып кейәм. Түшкә, билгә ныҡ йылы. Төркиәлә төрки ҡатындарҙың да күҙе ҡыҙҙы. Ирем дә рәхәтләнеп кейеп йөрөй орнамент һалынған бишмәтен. Таҡыя менән ғәләмәт килешә! Оялмайбыҙ, киреһенсә ғорурланып кейәбеҙ бер аҙ замансалаштырылған милли кейемдәребеҙҙе!» Илүзә Сырлыбаева: «Тектерһәң, ныҡ ҡиммәткә төшә, әлбиттә. Әле бик күп йылдар элек был турала «Ете ҡыҙ» салонында ҡыҙыҡһынғайным. Мин дә баш тартмаҫ инем бер-ике милли күлдәктән». Азамат Хәсәнов: «Заманса кейемдә милли элементтар булһа кейергә теләүселәр күп булыр ине тип уйлайым. Тик ул элементтар бик ныҡ күп түгел, урынлы булырға тейеш. Кейемдә милли биҙәктәрҙең дөрөҫ файҙаланылыуы мөһим». Тимәк, милли орнаменттар менән байытылған, замансалаштырылған кейемдәрҙе етештереү мәсьәләһен һүҙ, йә ҡағыҙҙа ғына ҡалдырыу түгел, ә уның кәрәклеген тойоп тормошҡа ашырырға кәрәк. Әлеге ваҡытта илдә бар халыҡтарҙы бер ҡаҙанға һалып ҡайнатыу сәйәсәте осоронда, һәр халыҡ үҙенә генә хас милли үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалырға тырыша. Гөлләмәне лә бит сәскәләрҙең төрлөлөгө матурлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика