Театр сәнғәте оло юғалтыу кисерҙе

Театр сәнғәте оло юғалтыу кисерҙе 19.01.2015

Билдәле драматург, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Дәүләт, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге премиялары лауреаты, республиканың  атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид Бүләков арабыҙҙан китте. Флорид Миңлемулла улы ике тиҫтәтән  ашыу пьеса, шулай уҡ «Ай ҡыҙы» тәүге башҡорт телесериалының авторы.

Башҡорт драматургияһының һуңғы сирек быуатҡа яҡын ваҡыт арауығын «Флорид Бүләков осоро»тип билдәләһәң дә, һис тә арттырыу булмаҫ. Халыҡ яҙыусыһы шулай уҡ Рәсәй сәхнә әҙәбиәтендә һәм сәнғәтендә күренекле урын биләй. Бигерәк тә трагикомедия жанрында ижад иткән әҫәрҙәре менән билдәлелек алып, төрлө быуын тамашасыһының ихтирамын яуланы.
Флорид Бүләков әҙәбиәткә XX быуаттың 80-се йылдарында килә. Драматург бер-нисә тиҫтәнән ашыу пьеса ижад итә, улар араһында тәүге драма әҫәре «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?», «Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы», «Онотолған доға» һәм башҡалар бар. Меңдәрҙең һөйөүен яулаған «Бибинур, ах, Бибинур» спектаклен миҫалға алғанда, пьеса халыҡ яҡлауын, яратыуын табып, Рәсәйҙең дәүләт премияһына лайыҡ була. Шула уҡ, «Мәскәү-Васютки» спектакле лә «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙары фестивалендә ҡунаҡ булараҡ сығыш яһап төп призға лайыҡ булды. Башлыса трагикомедия жанры өлкәһендә ижад иткән драматург һәр бер геройын күңеле аша үткәреп, ысынбарлыҡты яҙа ине, тип хәтерләй ижадташ дуҫтары.
Әйткәндәй, әҙиптең пьесалары Рәсәйҙә генә түгел, Украина, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Монголия, Төркмәнстан, Литваның 150-нән ашыу театрында, шулай уҡ алыҫ сит илдәрҙә лә төрлө телдәрҙә барғаны билдәле.
Драматург менән хушлашыу 20 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку