Теүәл йөҙ йыл элек Рәсәйҙә ике меңгә яҡын суд приставы иҫәпләнгән

Теүәл йөҙ йыл элек Рәсәйҙә ике меңгә яҡын суд приставы иҫәпләнгән 02.11.2015

Әле федераль хеҙмәт штатында 40 меңдән ашыу кеше тора. Шуларҙың ике меңе Башҡортостанда. Барлыҡҡа килгән замандарҙа приставтар башлыса суд эшен тәьмин итеү менән шөғөлләнгән. Хәҙер  улар күп кенә өлкәләрҙә закон үтәлешен тәьмин итә. Суд приставтары институты ойошторолоуҙың 150 йыллығын улар заманса әҙерлекле, һөҙөмтәле эшләгән ҡеүәтле хеҙмәт булараҡ ҡаршы ала.

Суд приставтарына хәҙер һәр бер кеше артынан бурысын тикшереп йөрөйһө түгел. Улар хәҙер «Юл приставы» аппарат-программаһы менән «ҡоралланды».  Система үтеп барған автомо¬би¬л¬дең номерын «уҡып» бер-нисә секунд эсендә «тимер ат» хужаһының штрафын, бурысын асыҡ¬лай.
Юл штрафтарын иңҡар итеүселәрҙе, коммуналь хеҙмәт, кредит өсөн ваҡытында иҫәпләшмәүселәрҙе, алименты булғандарҙы ҡоролма шунда уҡ асыҡлай .
Шулай ҙа ниндәй генә заманса ҡоролма булмаһын кешегә хас ҡаһарманлыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм илһөйәрлек сифаттарын алмаштыра алмай. Ә ундай хеҙмәткәрҙәр суд приставтары араһында етәрлек. Октябрьский ҡалаһындағы бүлектә хеҙмәт итеүсе Виктория Иванова шундайҙарҙың береһе. Ҡыйыу ҡатындың иҫәбендә 80-гә яҡын ҡулға алынған енәйәтселәр. Быйыл ул һыуға батып барған ҡыҙҙы ҡотҡарып батырлыҡ күрһәтте.
Виктория Иванова, суд приставы:  «Суд ҡарары сығарылғандан һуң мин һәр бер эште ентекле ҡарап сығам. Фотоларҙы хәтерҙә ҡалдырам. Эш мәлендә булһынмы йәки башҡа ваҡыттамы оҡшаған кешеләрҙе күреп ҡалһам уларҙың шәхесе менән ҡыҙыҡһынам. Шул рәүешле законды иңҡар итеүселәрҙе асыҡлайым да инде».
Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығында Виктория шикелле  хеҙмәт алдынғылары байтаҡ. Рәсәйҙә суд приставтары институты ойошторолоуҙың 150 йыллығына арналған тантанала уларҙың бер төркөмөнә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм дәүләт наградалары тапшырылды. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов һөнәри байрамдары менән тәбрикләп приставтар эшен төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше өсөн үтә лә әһәмиәтле булыуы билдәләне.
Суд эшен тәьмин итеү, бурыстарҙы ҡайтарыуҙан тыш приставтарҙың социаль әһәмиәтле эше лә баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостанда мәҫәлән, 45 меңдән ашыу атай балаһына алимент түләмәй. Быйыл суд приставтары ун өс миллион һумды балаларға ҡайтарып биреүгә өлгәшкән  һәм намыҫһыҙ граждандар менән көрәшкә федераль хеҙмәт яңынан-яңы алымдар һәм технологиялар ҡуллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика