Теүәл 25 йыл элек, 2 мартта республикала «Тамыр» телеканалының «Сәңгелдәк» тапшырыуы зәңгәр экранға сыға башлай

Теүәл 25 йыл элек, 2 мартта республикала «Тамыр» телеканалының «Сәңгелдәк» тапшырыуы зәңгәр экранға сыға башлай 02.03.2017

Юбилей уңайынан бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙарын  балалар алып бара.

Иртәнге «Сәләм» тапшырыуында республика халҡына хәйерле иртәне бөгөн Айгөл менән Рөстәм дә теләне. Ҡыҙҙар-егеттәр тура эфирҙа үҙҙәрен иркен, тыныс тота. Аптырайһы түгел, сөнки йәш йондоҙҙарҙың күп ваҡыты зәңгәр экрандар артында үтә.
«Тамыр» теүәл 25 йыл элек көн һайын балаларҙы йоҡларға һалыусы «Сәңгелдәк» тапшырыуы менән эфирға сыға башлай.  Уны ололар ҙа, балалар ҙа яратып ҡарай. Студияның даны республиканан ситтә лә киң билдәле. Ижади коллективтың Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашып, гел генә еңеү яулауы ла был турала һөйләй. Әйткәндәй алтын Орфейҙы ла 2006 йылда республикала тәүгеләрҙән булып «Тамыр»ҙар яуланы.
Әммә был уңыштар иң мөһиме түгел, ти өлкәндәр. 25 йыл эсендә йөҙләгән ҡыҙ һәм малайҙар үҙҙәренең бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, профессиональ актер, радио һәм телевидение тапшырыуҙары алып барыусылары булып китә алды. Бөгөн дә балалар, тиҫтә йылдар элек кеүек үк, яңы проект авторҙаштары, сценарийҙарға илһамландырыусылар, ти телеканал директоры Гөлназ Ҡолһарина.
Бөгөн шулай уҡ телеканалдың юбилейы уңайынан Башҡортостан юлдаш телевидениеһында үҫмерҙәр  «Интервью» һәм «Телеүҙәк» программаларын алып барасаҡ. Артабан «Тамыр»ҙарҙың юбилей саралары  Өфөнөң «Родина» кинотеатрында дауам итә. Унда мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн фильм күрһәтелә. Байрам ҡаланың күңел асыу үҙәктәренең береһендә күңелле мәктәп дискотекаһы менән тамамланасаҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика