Тау булып өйөлгән сүп өйөмдәре

Тау булып өйөлгән  сүп өйөмдәре 18.05.2015

Өфөнөң Бикбай урамындағы 25 һәм 29/1  йорттары уртаһында  тимер-томор өйөмө хасил булыуына төҙөүселәр ғәйепле. Ун ҡатлы йорт төҙөлөшөнән һуң ситкә сығарылмаған опалубкалар, тимер нығытҡыстар һәм бетон ҡоролмалар тирә-йүнде йәмһеҙләй, эргә-тирәлә йәшәүсе халыҡҡа тынғылыҡ бирмәй.

Тутығып бөткән тимер ҡоршауҙар янынан үҫмерҙәр мәктәпкә, ә кескәйҙәр балалар баҡсаһына йөрөй. Дәрестән һуң сүплектә уйнаусы малайҙарҙы ла осратырға була, тип көйәләнә өлкәндәр. Айырыуса бала-сағаның имгәнеү ихтималлығы юғары тип борсола улар
Флорида Ихсанова, Бикбай урамының 25/1 йортонда йәшәүсе: «9-сы ҡаттан ҡарағанда гел балалар өҫкә менеп йөрөйҙәр. Иргә әйтәм, берәй кеше үлһә, бер бала  йығылып имгәнһә, шунан ғына алырҙар был сүпте тимен. Көтәләр гел бәлә, шунан ғына алып ташларҙар бәлки».
Төҙөлөш эштәрен алып барған фирма Бикбай урамындағы  был мөһабәт торлаҡҡа 1996 йылда нигеҙ һала. Йорт  бик оҙаҡ күтәрелә. Файҙаланыуға ул 2014 йылдың икенсе яртыһында  тапшырылырға һәм йорттоң эргә-тирәһе төҙөкләндерергә тейеш була. Фатир хужаларына күсенергә рөхсәт алмаһа ла,  әле үк халыҡ йәшәгәнлеген тойомларға  мөмкин.
Зәлифә Латипова, Бикбай урамында йәшәүсе: «Балалар уйнай мәктәптән һуң, иртән улар бик юҡ , кис күмәктәр. Бала-саға ҡайҙа ышыҡ шунда уйнай. Матур, һәйбәт булһын. Бындай сүплек ҡала эсендә булмаһын».
Тирә-яҡты йәмһеҙләгән  сүплек Октябрь районында урынлашҡан. Райондың торлаҡ -коммуналь хужалығының йәмәғәт контроле тарафынан тикшереү ҙә үткәрелгән. Хәүефле тип табылған әлеге сүплеккә ҡарата  халыҡ ризаһыҙлыҡ белдерә. Әүҙем йәмәғәтселәр бала-сағаға хәүеф менән янаусы  тимер өйөмөн ситкә сығарыуҙы  тиҙерәк хәл итергә кәрәк, тигән фекер яҡлы.
Валентина Саламатина, Сипайлово биҫтәһенең торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса йәмәғәт контроле рәйесе урынбаҫары: «Был 29/1 йортон төҙөүҙән һуң ҡалған опалубкалар. Халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. 11 йыл элек йорт төҙөлгән, әммә ул файҙаланыуға тапшырылмаған. Төҙөлөш - сүп-сары ситкә сығарылмай ҡалған. Балалар ошо майҙансыҡта уйнай. Йығылып күп йәрәхәтләнәләр.
Сипайлово биҫтәһендәге әлеге сүплек хаҡында Октябрь районы хакимиәте  хәбәрҙар. Майҙан төҙөлөш алып барыу өсөн 2015 йылдың 16 июленә тиклем бүленгән.
Алексей Оридорга, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге етәксеһе: «Сипайлово биҫтәһендә был проблемалы йортта  бөгөнгө көнгә төҙөлөш-монтаж эштәре тулыһынса башҡарылған, инженер селтәрҙәр һуҙылған, дәүләт торлаҡ төҙөлөшө комитеты янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе эштәрҙе  тамамлауҙы талап итә. Ошо эштәр теүәлләнгәс, акт төҙөләсәк һәм йорт файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Һәм йорттоң тирә-яғы төҙөкләндерелеп, был кострукциялар алынасаҡ».
Бәлә аяҡ аҫтында. Уның эргә-тирәһен  таҫма менән уратып алыу ҙа урынлы. Бала-сағаға бәйле бәхетһеҙ осраҡты көтмәйенсә Бикбай урамында 29/1 йортто  төҙөгәндән һуң ҡалған сүплектән ҡотолоуҙы тиҙләтеү бик тә мөһим. Был майҙанда заманса балалар майҙансығы ҡалҡып сыҡһын өсөн   таҙалыҡ һәм тышҡы матурлыҡҡа яуаплы ойошмалар бер төптән эш алып барырға тейеш.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку