Татлы имтихан 10.01.2015

Бөгөн республика мәғариф учреждениеларында эшләүсе ашнаҡсылар һынау тотто. Белемен камиллаштырыу өсөн баш ҡалаға йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар аш-һыу әҙерләү серҙәре менән бүлеште. Тап улар балалар баҡсалары һәм мәктәп уҡыусыларын көн дә тәмле ризыҡтар менән ҡыуандыра. Шуға күрә ашнаҡсылар балалар туҡланыуы тураһында барлыҡ талаптарҙы ла яҡшы белергә тейеш. Бының өсөн Йәмәғәт туҡланыуының уҡыу-курстар комбинаты һынауҙар ойоштора.

Фәнзилә Хәмзина аш-һыуға оҫта булһа ла, әлегә уның разряды юҡ. Күптән түгел ул балалар баҡсаһына ашнаҡсы  ярҙамсыһы булып урынлашҡан.  Әммә балалар туҡланыуы тураһында аҙ белә. Белемен камиллаштырыу һәм киләсәктә ашнаҡсы булып эшләү өсөн ул имтиханға килгән.  
Имтиханға һәр  ашнаҡсы үҙе әҙерләгән ризыҡ менән килә. Һынау тотоусы уны дөрөҫ итеп бешерә белергә, бынан тыш, өҫтәлмә һорауҙарға яуап бирергә тейеш. Ашамлыҡтың билдәләнгән талаптарға ярашлы әҙерләнеүе, уның балалар сәләмәтлеге өсөн хәүефле булыу-булмауын тәжрибәле белгестәр тикшерә.
Барлыҡ аҙыҡты тәмләп ҡарағандан һуң, баһалама ағзалары ашнаҡсыларҙың разрядын күтәреүҙе хәл итә. Әммә һынау бының менән генә тамамланмай. Артабан ҡатын-ҡыҙҙарға балалар баҡсаһында һәм мәктәптәрҙә бирелергә тейешле аҙыҡ әҙерләргә кәрәк. Тиҫтә йылға яҡын тәжрибәһе булған  ашнаҡсы Фәүзиә Бикбулатова  был һынауға ижади ҡараған.
Йәмәғәт туҡтаныу комбинаты совет осоронан бирле белгестәр әҙерләү менән шөғөлләнә. Йылына бында 2 мең ярым кеше белемен камиллаштыра.  Балалар туҡланыуы айырыуса иғтибарға лайыҡ, шуға күрә был өлкә белгестәренә талаптар ҡаты. Ашнаҡсының разряды  3-сөнән дә түбән булмаҫҡа тейеш. Бынан тыш, уның санитар талаптарҙы үтәүе шарт.
Республика район-ҡалаларынан белемен камиллаштырырға килгән 33 ашнаҡсы барыһы ла уҡыуҙарҙы уңышлы үтте. Үҙәктә тәжрибә уртаҡлашҡан ҡатын-ҡыҙҙар яңы рецептар, тәмле аш-һыу менән балаларҙы ҡыуандырыу өсөн тиҙерәк тыуған яҡтарына ашыҡты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика