Ташландыҡ быуанан нисек табыш алырға? 25.07.2014

Илеш районында йәшәүсе Урал Ҡадиров элекке "Ҡыҙыл байраҡ" колхозы  быуаһын ҡуртымға алып, ярайһы ғына килем алырға өйрәнгән. Коллектив хужалыҡтан ҡалған һыу ятҡылығында ул балыҡ үрсетә.  

Балыҡсылыҡ менән Урал Ҡадиров бала саҡтан мауыға. Ул ғына түгел, замандашыбыҙ балыҡ үрсетеүҙең оҫтаһы ла. Ашатыу өсөн, мәҫәлән, быуа өҫтөнә Урал Ҡадиров махсус прожекторҙар урынлаштырған. Ҡояш байығас, яҡтылыҡҡа йыйылған төрлө бөжәктәр ҡоролмаға һуғылып һыуға төшә. Һөҙөмтәлә, балыҡтарға ем дә әҙер. Яратҡан шөғөл, ҙур хужалыҡҡа әйләнде лә инде, ти уҙаман. Буш ятҡан быуаны ул бынан биш йыл ҡуртымға алған. Артабан 300 миллионға яҡын ыуылдырыҡ һатып алып һыуға ебәрә. Бер-нисә айҙан һуң, һыу ятҡылығында тиҫтәләп төр балыҡ үрсей башлай. Быуаны ҡуртымға алыусы балыҡтарҙы тап ошо урында ашата. Башлыса уларға аҙнаһына бер тапҡыр ҡатнаш аҙыҡ 2-3 центрҙа бирелә. Әлеге ваҡытта балыҡтар шулай ҙа күренмәй. Улар бары тик ҡояш байығас ҡына килә. Илеш районында ошоға оҡшаш быуалар һаны ике тиҫтәгә яҡын. Һыу ятҡылыҡтарының барыһы ла колхозлашыу осоронан ҡалған. Ҡасандыр, төбәктә гөрләп торған хужалыҡтар баҫыу, мал һуғарыу өсөн файҙаланылған. Ә инде заманалар үҙгәреү менән быуалар ташландыҡ хәлгә килгән. Эргә-тирә сүп-сарға, быуа һаҙлыҡҡа әйләнә... Ошоно иҫәпкә алып, һыу ятҡылығы урында йәшәүселәргә ҡуртымға бирелә башлай. Балыҡсының киләсәккә пландары ҙур. Урал Ҡадиров күрше Абдулла ауылы быуаһын да ҡуртымға алырға иҫәп тота. Ни тиһәң дә, яратҡан шөғөл үҙенекен итә, ти уҙаман.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика