Ташҡын мәлендә баш ҡала  халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеүҙә ҡыйынлыҡ булмаясаҡ 13.04.2016

«Өфө һыу каналы» предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, ташҡын мәлендә һыуҙы таҙартыу системаһына иғтибар арта. Быйыл һыу анализдарын үткәреү өсөн талап ителгән өҫтәлмә реагенттарға ғына миллион 600 мең һум аҡса тотонолған.

Уҙған осорҙағы тәжрибәнән сығып, ташҡын мәлендә пландан тыш 15 мең самаһы анализ алына. Предприятие Дим биҫтәһендә эсәр һыу системаһын камиллаштырыуға өлгәшкән. Насостар яңыртылған.  Һыуҙы  зарарһыҙландырыу өсөн шыйыҡ хлор урынына ультразәңгәр нурҙар  һәм гипохлорид матдәһе ҡулланыла.
Константин Ильин, Дим һыуүткәргес цехы етәксеһе урынбаҫары: «Элек шыйыҡ хлор ҡулланылды. Билдәле булыуынса, был матдә  хәүефле газ һанала. Гипохлорид иһә ҡурҡыныс түгел. Өҫтәүенә уның һыуҙы зарарлы матдәләрҙән таҙартыу һәләте лә көслөрәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика