Ташҡын имен үтһен өсөн

Ташҡын имен үтһен өсөн 28.03.2017

«Йомағужа» һыуһаҡлағысы хеҙмәткәрҙәре ҙур һыуға әҙерләнә. Гидроҡоролмала бөгөн күнекмәләр үтте. Маҡсат ташҡын мәлендә халыҡтың именлеген тәьмин итеү.

Үрге Бикҡужа ауылында йәшәүсе Гөлсара Шаммазова ташҡын өсөн борсолорға күнекмәгән. Ағиҙелдең ярҙан сыҡҡан мәле һирәк булды, ти ул.
Үрге Бикҡужа  Йомағужа һыуһаҡлағысына терәлеп тора. Гидроҡоролманың төҙөклөгө һәм хеҙмәткәрҙәрҙең әҙерлегенә күрше бер нисә ауыл халҡының да именлеге туранан-тура бәйле. Шуға ла яҙғы күнекмәләргә урындағы хакимиәт вәкилдәре лә битараф ҡала алмай.
Йомағужала яҙғы гөрләүектәр өсөн урын әҙерләнгән. Әле  һыуһаҡлағыста ни бары 43 миллион кубометр һыу ҡалған. Ташҡын мәлендә уны 456 миллион кубометрҙа еткереү күҙаллана. Дөйөм алғанда, гидроҡоролма 809 миллион кубометр һыуға иҫәпләнгән.
Кран машинисы Рима Бикташева һыуһаҡлағыста 14 йыл эшләй. Тәүге көндән алып иң алғы һыҙыҡта. Һыу кимәлен көйләүсе ҡоролмаларҙы асып, ябып тороусы ул. Уяулыҡты юғалтҡан юҡ, күп йыллыҡ тәжрибә һәм яуаплылыҡ үҙенекен итә, ти ханым.
Электрмонтажлаусы Азамат Сарбулатов та ташҡынға әҙерлек кимәлен юғары баһалай. Яҙғы осорҙа һыуһаҡлағыс ғәҙәти режимда эшләй, әммә хеҙмәткәрҙәр штаттан тыш хәлдәрҙе лә күҙ уңында тота ти ул.
Йомағужала тауҙарҙан төшкән тәүге гөрләүектәрҙе 10 апрелгә көтәләр. Ҡапыл йылытып, оҙайлы ямғырҙар хәлде ҡатмарлаштырмаһа, ташҡын тыныс үтер тигән ышаныста улар. Шуға ла әҙерләнгән, тимәк, ҡоралланған. Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡарағанда, иҫкәртеүе хәйерлек бит ти белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика