Таш тигәнем баш булып сыҡты

Таш тигәнем баш булып сыҡты 12.11.2015

Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе балыҡсы Ағиҙел йылғаһында сәйер табышҡа юлыға. Кәмәһенең төбөнә төртөлгән ташты һыуҙан сығарғас,  уның  мамонттың  баш һөйәге икәнлеге  асыҡлана. Әлегә ул табышын ғалимдарға күрһәтмәгән, шулай ҙа белгестәрҙең һығымтаһында шикләнмәй.

Дуҫы менән сыраҡҡа сыҡҡанда Ағиҙел йылғаһы ярында юлыға был табышҡа Иҫке Ҡыйышҡы ауылында йәшәүсе Линар Шәрәфетдинов. Балыҡҡа китеп, таш күтәреп ҡайта. Тәүҙә шикләнеңкерәп ҡараһа ла, һуңынан сәйер табыштың мамонттың баш һөйәге икәнлеген төҫмөрләй.
Линарҙың тормош иптәше Әлфиә ханым да тәүҙәрәк таштың баш булыуына  икеләнә. Интернеттан мамонт һүрәттәрен табып сағыштырып ҡарай.
Әле Шәрәфетдиновтарҙың ихатаһы музейҙы хәтерләтә. Күрше-тирә, ауыл халҡы  мамонт башын күрергә килә.
Палеолит дәүере ҡомартҡылары Башҡортостанда йыш табыла. Яңыраҡ Нуриман районынан Ғәфүр Зәйнәшев та мамонттың тештәренә юлыҡҡайны.
Йылға буйындағы карьерҙарҙың береһендә мамонттың тотош һөлдәһе табылды. Ғалимдар был һөйәктәргә кәм тигәндә 40 мең йыл тигән һығымтаға килде. Эшселәр табышын этнология тикшереүҙәре институтына тапшырҙы.
Бындай табыш ғалимдар өсөн хазинаға тиң. Мамонт һөйәктәренә ҡарап, меңәр йыл элекке тарихҡа күҙ һалырға, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы үҫешен өйрәнергә мөмкин тигән фекерҙә фән эшмәкәрҙәре. Шәрәфетдиновтар ҙа йылға ярында табылған мамонт башын Өфө ғилми үҙәктәренең береһенә тапшырырға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку