Тарихымды онотмам - тамырымды ҡоротмам 28.06.2016

Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙғарылды. Быйылғы яҡташтар осрашыуы ошо төбәктә тыуып үҫкән күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре  Шәһит Хоҙайбирҙиндың 120 йыллығына арналды.

Биш йылға бер уҙған байрамды Хоҙайбирҙин ауылы халҡы көтөп ала. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, әле ауылда 400-ләп кеше йәшәй. Элекке Бесәнсе, һуңынан арҙаҡлы яҡташтары исеме ҡушылған ауылда Шәһит Хоҙайбирҙиндың вариҫтары ла йәшәй.

Ҡунаҡҡа ҡайтҡан  ауылдаштар хөрмәтенә һәр йорт алдында  халҡыбыҙҙың милли аш-һыуы ҡуйылған өҫтәлдәр  теҙелгәйне. Күптәр шулай уҡ ғаилә-ырыу тарихына арналған  күргәҙмәләр ҙә тәҡдим итте.  Ауылдың хөрмәтле ағинәйе  Минзәлә Күсәрбаева ла боронғо ҡомартҡыларҙы йәштәргә күрһәтер өсөн ҡәҙерләп йыя.

Ауылдаштар осрашыуы урындағы мәктәпте тамамлаусы егет-ҡыҙҙарға ла онотолмаҫ тәьҫоратар бүләк итте. Уларға 9-сы синыфты тамамлау тураһында аттестаттар тапшырылды. Тыуған ауылдарын  һағынып ҡайтыусылар Шәхит Хоҙайбирҙин музейын да урап үтмәне. Байрамдың төп өлөшө  Бесәнсе йылғаһы буйындағы хозур туғайҙа үтте. Йыр-бейеү, уйын көлкөгә һәм спорт  ярыштарына тамаша ҡылыусылар өсөн ваҡыт һиҙелмәй ҙә ҡалды. Ауылдаштар тағы ла  биш йылдан ошо уҡ урында осрашырға һүҙ ҡуйышты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика