Тарихы барҙың киләсәге өмөтлө 24.08.2015

Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеүселәргә арналған музей эшләй. Ул 2004 йылдың ноябрендә ойошторола. Бында төрлө йылдарҙа төбәктең эске эштәр бүлеге хеҙмәтендә үҙ бурысын лайыҡлы үтәүселәр, билдәле шәхестәр хаҡында бай мәғлүмәт тупланған. Урындағы полицияның үткәне менән бөгөнгөһө фотоһүрәттәрҙә сағылдырылған. Улар - райондың ғорурлығы, йәш быуын өсөн ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө.

Ыҡсым бүлмә зауыҡлы биҙәлгән, экспонаттар күп. Бер мөйөштә эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең формалары ҡуйылһа, витриналарҙа хоҡуҡ боҙоусыларҙан тартып алынған һалҡын ҡоралдарҙы, төрлө документтарҙы күрергә мөмкин. Әйткәндәй, музейға экскурсиялар йыш ойошторола. Йылына 400-500 кеше килә. Бигерәк тә белем усаҡтары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған.  Райондың полиция бүлегенең ветерандар советы ағзалары ла үҫеп килгән быуынды ауыр ҙа, яуаплы ла һөнәр менән таныштырыуҙа әүҙем ҡатнаша. «Киләсәктә был хеҙмәт юлын һайларға теләүселәр күп!» - тип ҡыуана хаҡлы ялдағылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика