Тарихи табыш 16.05.2015

Архангел районының Тирәкле ауылында йәшәүсе Марат Хәлилов балыҡ тоторға барғанда, йылғала үҙенсәлекле түңәрәк таш таба. Ауыл халҡы көтөлмәгән табыштың боронғо тирмәләрҙең бер өлөшө булыуы  ихтимал, тигән  фекерҙә.

Һигеҙ метрлыҡ таштың ауырлығы тоннанан ашыу.Табыштың бер яғы шыма булһа, икенсе яғында һыҙмалар бар. Тарихи ҡомартҡы һыуҙа батып, юғалмаһын өсөн Марат Хәлилов уны йортона алып ҡайта.
Марат Хәлилов, Тирәкле ауылында йәшәүсе: «Таш тип уйламайбыҙ ҙа беренсе, берәй грузовой машинаның тәгәрмәсе тип уйланым. Мәйтәм, сығарайыҡ тимергә булһа ла тип уйлағайныҡ ... барып өҫтөнән сөңкөп ҡараным инде, сөңкөп ҡарағайным таш бит инде... Ҡайтып көрәк алып килем, ошолайтып уртаһын соҡоп, соҡор аша тросс үткәреп.. Пришлось трактор саҡырырға»…
Табышты йортҡа тиклем килтереп еткергәнсе бөр көн ваҡыт үтә. Үҙенсәлекле таштың нимә булыуы тураһында ауыл халҡында төрлө фараздар  йөрөй. Кемдер уны һыу тирмәне, икенселәре элекке колхоз тирмәненең өлөшө тигән фекерҙә.
Рәйлә Шәһиева, Тирәкле ауылында йәшәүсе: «Мине атайым нәйгә алып бара торғайны, анау тауҙың артында иген складтары була торғайны. Шунда тирмән була торғайны. Шунда стружка быса торғайнылар. Марат шуны тапҡандыр тип уйлайбыҙ инде».
Әйткәндәй, Тирәкле ауылында үҙенсәлекле таштар йыш табыла. Фәрит Хәлимов та, картуф сәсеп йөрөгәндә ете ярым ай төшөрөлгән түңәрәк таш таба. Ләкин ул, бәхет килтереүсе талсымдыр тип,  табышын кире ергә күмеп ҡуя.
Ләкин яҡын тирәлә был тиклем ҙур таш быға тиклем табылғаны булмаған.  
Рәмилә Хәлилова, Марат Хәлиловтың әсәһе: «Ысын үҙенең төҫө менән, тәбиғәттән килгән төҫө менән һаҡланған был таш. Бында бер ниндәй ҙә ҡатнашма юҡ.8-10 километр урманғараҡ барһаң, бар ундай. Только нәйҙәре нәҙегерәк, ҡалын түгел бындай. Был ташты моғайын берәй ерҙән килтергәндәрҙер».
Марат Хәлиловты хәҙер ауылда  хазина эҙләүсе тип йөрөтәләр.  Был ҡыҙыҡлы шөғөлө өсөн уның махсус ҡоролмаһы ла бар.  Артабан уҙаман түңәрәк таштың ҡалған өлөштәрен дә табырға ниәтләй. Эҙләнеү башланған да инде... Ә йорттағы табышты Марат Хәлилов музейға тапшырырға уйлай. Тик шул тиклем ауыр ташты унда нисек алып барып еткерергә.  Был мәсьәләне Марат Хәлилов хәл итмәгән әле.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика