Тарих менән киләсәкте бәйләп 07.04.2016

Әбйәлил районының Байым ауылында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты етәксеһе, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисамитдинованың нәҫел ебен барлаған шәжәрә байрамы үтте. Күбәләк ырыуы һәм Торналылар араһы вәкилдәре йыйынынан хәбәрсебеҙ Азат Ғәлиуллин.

Яҡташтары танылған ғалимәне дәртле йыр-моң, милли аш-һыу менән ҡаршы алды. Улар Фирҙәүес Хисамитдинованы төбәгенең "йөҙөк ҡашы - алтын биҙәүес" менән дә сағыштырып таҡмаҡланы. Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы менән күрешергә тыуған ауылы Рәхмәттән генә түгел, күрше ауылдарҙан да килгәйнеләр. Байрамдан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла ситтә ҡалманы. Сара хәтирәләргә лә, хис-тойғоларға ла, йыр-моңға бай булды. Марс Сәйетғәлин етәкләгән Байым ауылының күп функциялы мәҙәниәт үҙәге сағыу концерт менән һөйөндөрҙө.

Кисәлә Рәхмәт ауылы шәжәрәһе, Торналар араһының килеп сығыу тарихы телгә алынды. Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙына нәҫел тамырҙары яҙмышы, ырыу тарихы еткерелгән. Шуға ла уның милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхесе дәрәжәһенә тиклем үҫеүе осраҡлы түгел. Ул Рәхмәт ауылының, торналар араһы, күбәләк ырыуының ғына түгел, республика ғорурлығы, тиелде сарала.

Фән үҫешендә уңышлы эшмәкәрлеге һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн ,,Халыҡтар дуҫлығы" ордены менән бүләкләнгән, ике йөҙләгән ғилми һәм ғилми-методик хеҙмәт авторы Фирҙәүес Хисамитдинова ҡатнашлығында үткән кисәлә мөһим һүҙҙәр әйтелде: шәжәрәһен белгән бала үҙ иленең тарихын да яҡшы беләсәк, киләсәген дә хәстәрләйәсәк. Шуға ла балаларыбыҙ ете быуынды белеп үҫһен тигән теләк еткерелде байрамда.

Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика