Тарих биттәрен оноторлоҡ түгел

Тарих биттәрен оноторлоҡ түгел 29.04.2015

Еңеү көнө тыныслыҡ тотҡаһы булып халыҡ күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары баш ҡала халҡын үткән быуаттың дәһшәтле йылдары менән таныштырҙы, илгә тағы ла бер тапҡыр  Еңеү яҙын алып ҡайтты.

Ваҡыт уҙһа ла, хәтер ебе бер ҙә өҙөлмәй. 1945 йылдың майы алыҫайған һайын Бөйөк Еңеүгә ҡарата иғтибар арта ғына. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары әҙерләгән тарихи ваҡиғалар хаҡындағы тамаша бер нисә күренештән торҙо. Шуларҙың береһе - һалдаттарҙың ялға туҡтаған мәле. Берәүҙәр яраланған, ял итә, икенселәр мылтығын таҙарта. Аккордеонда уйнаусы егеткә ҡушылып йырлаусылар ҙа бар.
Инсаф Абдуллин тамашала ҙур теләк менән ҡатнаша. Һуғыш йылдары йырҙары һаман да яңғырай, һаман да халыҡ күңелендә, ти ул.
Студенттарҙың сығышын баш ҡала халҡы ихлас ҡабул итте. Кескәйҙәргә, бигерәк тә, һалдат бутҡаһы оҡшаны. Уны  һәр кем тәмләп ҡарай алды. Шулай уҡ тамаша сиктәрендә Совет мәктәбендәге дәрес мәле күрһәтелде. Унда ҡатнашҡан мәктәп уҡыусылары һуғыш ваҡытында уҡыуы, бигерәк тә, ауыр булған, ти. Ысынлап та, бындай сараларҙа ҡатнашыу - киләсәк быуындың илһөйәрлек рухын күтәрә.
Аяуһыҙ һуғыш миллиондарса кеше ғүмерен яралай, барлыҡ илде тиерлек етем ҡалдыра. Театрлаштырылған тамашаның сираттағы күренеше - хәрби госпиталдәге яралы яҙмыштар хаҡында. Һуғыш тамамланғас та, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яугирҙарҙың йөрәк яралалары уңалмай.
Ниһайәт, Совет ғәскәрҙәре Еңеү яулап, һалдаттар тыуған яғына ҡайта. 9 май мәңгелеккә героизм һәм Ватанға сикһеҙ һөйөү байрамы тип таныла. Еңеү маршынан тыш, сарала студенттар вальс бейене, күккә шарҙар осорҙо.
Тыуған илгә һөйөү вальсында «Родина» кинотеатры алдында Башҡорт дәүләт университеты студенттары ла әйләнде. Хәрби формалағы егет-ҡыҙҙар баш ҡала халҡын да бейергә әйҙәне.  Иң әүҙемдәр кинотеатрға билеттар менән бүләкләнде.  70-се Еңеү яҙы, тыныс тормош, бәхетле бала саҡ... Был ҡиммәттәр әллә күпме тетрәнеүҙәр аша яуланған. Студенттарҙың сығыштары ла тап ошо шанлы йылдар хаҡында булды. Еңеү яҙына тағы ла бер аҙым яһалды.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку