Тағы бер һалдат тыуған еренә әйләнеп ҡайтты

Тағы бер һалдат тыуған еренә әйләнеп ҡайтты 24.10.2015

Бөгөн Өфөлә  Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып  хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән  һалдат Латип Ғайсинды  ер ҡуйынына тапшырҙылар. Күгәрсен районында тыуып үҫеп 28 йәшендә илебеҙ азатлығы өсөн сит ерҙә башын һалған яугир взвод командиры ярҙамсыһы булған. Уның  һөйәктәрен Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Обелиск» эҙәрмәндәр отряды быйыл сентябрҙә  таба.  

Фәриҙә Миңлеғәле ҡыҙы хәбәрһеҙ юғалған һалдатты ғүмере буйы көткән. Бына ул етмеш дүрт йылдан һуң әйләнеп ҡайтты. Үҙ аяҡтары менән булмаһа ла, табут эсендә. Яугирҙы һуңғы юлға оҙатырға 97 йәшлек  ҡатыны,  ҡыҙы,  ейәнсәрҙәре, бүләләре  һәм яҡындары, уны табыусы эҙәрмән отряды ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре  килде. Күгәрсен районы Түләбай ауылында тыуып үҫкән Латип Ғәҙелша улы  һуғыш башланыр алдынан ғына хәрби уҡыуҙарға ебәрелә. Артабан  Стәрлетамаҡта ойошторолған 170-се уҡсылар дивизияһы составында фронтҡа алына. Һалдаттың кәүҙәһен «Обелиск» эҙәрмәндәр отяды сентябрҙә Псков өлкәһенең Себеж районында таба.
Лев Сафронов, Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Обелиск» эҙәрмәндәр отряды ағзаһы: «Һәр эҙәрмән өсөн медальон табыу уңыш. Әгәр ул буш булмаһа тағы ла ҙурыраҡ уңыш. Беҙ ул урында башҡа хәрбиҙәрҙең  да һөйәктәрен тапҡайныҡ. Металл эҙләү ҡоролмаһы күрһәткән ерҙе соҡоноҡ. Һалдаттың каскаһы күренде. Медальоны эсендә Латиптың үҙ ҡулы менән яҙылған исем-фамилияһы, ғаиләһе тураһында мәғлүмәт бар ине».
Латвия менән Псков өлкәһенең сигендә 1941 йылдың июль-авгусында  ҡыҙыу  һуғыштар була. Алғы һыҙыҡта дошманға ҡаршы барған 391-се уҡсылар полкының  170- се уҡсылар дивизияһы  бик күп һалдатын юғалта. "Обелиск" эҙәрмәндәр отряды быйыл яҙғы экспедиция ваҡытында унда тағы биш һалдаттың шәхесен асыҡлаған. Ҡаҙыныу урынында Латип Ғайсиндың каскаһы, медальонынан тыш ҡул сәғәте, компасы  ла табылған.
Латип Ғайсин һөнәре буйынса юрист булған. Һуғышҡа тиклем тыуған ауылында балаларҙы уҡытҡан. Ҡатыны менән аҙ ғына бергә йәшәп өлгөрәләр. Йәш ярымлыҡ ҡыҙы ҡала.Башҡорт дәүләт университеты профессоры   Венера Латип ҡыҙы  үҙе ике ҡыҙ әсәһе.
Һалдатты ер ҡуйынына тапшырғас та бөтә кеше күккә ҡараны. Көҙгө һүрән генә нурҙары менән балҡыған ҡояш тирәләй йәйғорҙай ҡайма барлыҡҡа  килгәйне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку