Таҙалыҡта, муллыҡта 14.12.2016

Өфөлә йәшәүселәр ҡайһы бер йорттарҙа ишек алды таҙартылмауына, подъедар йыйыштырылмауына зарлана. Йортта йәшәүселәр коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләп барһалар ҙа, тәртипте һәм бөхтәлекте үҙҙәренә булдырырға тура килә. Өфө подъездарындағы бысраҡлыҡҡа кем сәбәпсе?

Был йорт подъезы ай ярым элек кенә йыйыштырылған. Тирә яҡты сүп-сар, тәҙрә төптәрен саң баҫҡан. Бындағы тәртип һәм таҙалыҡ өсөн халыҡ айына йөҙ һумдан түләп барған. Йорттағы тәртипһеҙлеккә юл ҡуймау өсөн кешеләр үҙ иҫәбенә йыйыштырыусы яллаған. Тышта аҡ, саф ҡар, ә Ленин урамында көҙгө япраҡтар ята. Гәзит-журнал, ҡағыҙ киҫәктәре һәм башҡа ваҡ сүп-сар. Күрше-тирә үҙ көсө менән тәртип булдырырға ынтыла. Бер кемдең дә бысраҡҡа батып йәшәгеһе килмәй. Йортто хеҙмәтләндереү өсөн түгелгән аҡсалар кем кеҫәһенә инеп киткәнен бер кем дә аңлата алмай.
Тамара Дерябина, Өфөнөң Ленин урамындағы 102-cе йортонда йәшәүсе: «Бөтә сәбәп - был йортта йыйыштырыусы юҡлығында. Ошоға тиклем эшләп килгән клининг компанияһынан баш тартҡандар, ай ярым үтһә лә, яңыһы әлегә билдәләнмәгән һәм элекке хеҙмәткәрҙәргә тулыһынса хеҙмәт хаҡы ла түләнмәгән».
Клининг фирмаһына бурыслы компания башта бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмаған. Директор белдереүенсә, уларҙың 350 мең һумдан ашыу бурысы бар.  Совет районы торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығында  «Беҙҙең йорт» ойошмаһы аша эшләү күпкә ябай һәм еңел тигән фекерҙәләр. Әммә кемгә? Бер-нисә айҙан порядсы ойошма клининг компанияһы менән килешеүҙе эш хаҡын тулыһынса түләмәй бер яҡлы өҙә. Аралашсы компания директоры бер ниндәй бәйләнешкә лә инмәй. Телефонды алмайҙар, йә бөтөнләй һүндереп үк ҡуялар. Торлаҡ-коммунал хужалығы хеҙмәте етәксеһенең был мәсьәләгә үҙ ҡарашы.
Етәксе халыҡтың дәғүәләрен белдергән ялыуҙарҙы ,ҡыҙғансыҡа ҡаршы, беҙгә күрһәтә алманы.Әлеге ваҡытта унда икенсе компания йыйыштыра. Был фирмала «Беҙҙең йорт»аралашсы компанияһы аша эшләй.
Светлана Ускова, яңы клининг компанияһы директоры: «Әлеге ваҡытта беҙгә октябрь айы өсөн хеҙмәт хаҡы түләнгән. Бурыс йыйылыуын халыҡтың коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында иҫәпләшмәүе менән аңлаталар».
Килеп тыуған хәл  «Бөтә Рәсәй» халыҡ фронты вәкилдәрендә лә ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Денис Мусин, «Бөтә Рәсәй» халыҡ фронты «намыҫлы һәм ғәҙел иҡтисад» төбәк ойошмаһының эшсе төркөмө етәксеһе: «Халыҡтан йыйылған аҡса ғәҙел ҡулланылырға тейешле. Беҙҙең күҙәтеүҙәр буйынса йыйылған аҡсалар эш башҡарыусыға туранан-тура килеп етмәй. Икенсе ҡулдарға китә. Һөҙөмтәлә ябай халыҡ алдана».
«Бөтә Рәсәй» халыҡ фронтында  был проблеманы махсус тикшереп, контролгә  алырға ҡарар иттеләр Клининг компанияһы дәүләт торлаҡ инспекцияһы менән полицияға мөрәжәғәт иткән. Хеҙмәт хаҡын ул суд аша ҡайтарырға иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика