Таҙалыҡ һәм тәртип өсөн

Таҙалыҡ һәм тәртип өсөн 18.04.2015

Бөгөн республикала күләмле өмәләр башланды. Мәктәп уҡыусылары, студенттар, ҡала халҡы төрлө ойошма биләмәләрен, парк-скверҙарҙы, урамдарҙы сүп-сарҙан таҙартты. Сарала «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары ла әүҙем ҡатнашты.

Айҙар Әхмәтйәнов шәмбе ялының өмәнән башланыуына ҡәнәғәт. Өфө урмансылар паркын таҙартыуҙа ҡатнашыусылар эшкә иртәнге сәғәт туғыҙҙа уҡ тотондо. Бысратмаған ер генә таҙа була, ә сүп-сарҙан ҡотолорға күләмле акциялар ярҙам итә,  ти уҙаман.  
Ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙан тирә-йүнде ҡотһоҙлай. Ял итеү өсөн ҡулайлаштырылған майҙансыҡҡа шешлек ҡыҙҙырыусылар ҡалдырып киткән күмер, пластик стакандар, ҡағыҙ-ҡоғоҙ һибелгән.
Шәмбе өмәһендә тырма-һепертке тотҡан кешеләрҙе аҙым һайын күрергә мөмкин ине. Өфөнөң 108-се мәктәбенең 7-се синыф уҡыусылары ла акцияны көтөп алған. Белем усағы эргәһендәге быуа менән шишмәне таҙартыу улар өсөн матур йолаға әйләнгән.
Бынан тыш, ҡала урамдарын биҙәүсе ағастарҙың олондары ла ағартылды. Эшкәртеү уларҙы бөжәктәрҙән һаҡларға ярҙам итә.
Таҙалыҡ үҙебеҙ өсөн... Ошондай өмәләр республика район-ҡалаларында ла үтте. Яңауыл ҡалаһына инеүсе юл ситен таҙартыуға ла  тиҫтәнән ашыу кеше сыҡты. Сара һуңында  тонналап йыйылған сүп-сар утилгә ебәрелде. Акция дауам итә, тирә-йүнде таҙартыуға һәр кем өлөшөн индерә ала. Өмәнән ситтә ҡалмайыҡ!
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика