«Таҙа ихата» акцияһы 01.08.2016

Өфөнөң Блюхер урамында урынлашҡан йорт ихаталары сүп-сарҙан таҙартылды. Уны Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк штабы ағзалары һәм «Юность» үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре ойошторҙо.

Экологик өмәлә ҡатнашыусы һәр кем тирә-яҡты тәртипкә килтереүгә үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Кемдер ҡулына һепертке, икенселәре тырма алып, дәррәү эшкә тотондо. Бер-нисә йорт эргәһендәге сүп-сар тиҙ арала йыйып алынды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡыҙҙар һәм егеттәр йәйге каникулдарында бик күп файҙалы эштәр башҡарып та өлгөргән.
Өмә барышында ирекмәндәр  үҙенсәлекле эксперимент та уҙғарыфп ҡарай. Улар сүп-сар һауыты булмаған урындарҙа үҙҙәре ҡағыҙ ҡумталар эшләп ҡуйҙы. Бер нисә аҙнанан малай-ҡыҙҙар урында йәшәүселәрҙең ҡумталарҙы нисек файҙаланыуын тикшерәсәк.
Илдар Бикбаев, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк штабы ағзаһы: «Әле был акция сиктәрендә тәүге өмә. Ихаталарҙы  таҙартыуға бөтә ҡала, район халҡын йәлеп итеү ҡаралған. Акцияла үҫмерҙәр генә түгел, теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың йәйге ялдары файҙалы үтеүе һөйөндөрә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика