Тәтешле районы Икенсе Еремйәбаш ауылында йәшәүселәр ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләй 20.10.2016

Газһыҙ интеккән халыҡ урындағы нефтселәрҙән дә ыҙа сигә. «Ауыл үҙәгенән үткән йөк машиналары  юлдарҙы эшлектән сығара,»-тигән ҡарашта улар. Йәйгеһен урамдан үтерлек тә түгел - туҙан, яҙлы-көҙлө - батҡаҡ.

Хәмдүнә Хужина өсөн бер ҡосаҡ утын ҡара алтынға бәрәбәр. «Элек тормош иптәшем иҫән саҡта, донъя көтөүе күпкә еңелерәк ине»,- ти ул. 78 йәшен тултырған ҡатын пенсияһын тулыһынса тиерлек өйөн йылытыр өсөн тотона. Уға ай һайын бер йөк утын һатып алырға кәрәк.
Икенсе Еремйәбаш ауылы халҡы зәңгәр яғыулыҡһыҙ йәшәүгә күнеккән. Әммә башҡа түҙер әмәлдәре ҡалмаған. Утынға хаҡ йыл һайын арта.  
Ауылда йөҙҙән ашыу кеше йәшәй. Башлыса - урта һәм оло йәштәгеләр. Зәңгәр яғыулыҡ булһа, йәштәр ҙә атай нигеҙенә ҡайтыр ине тигән өмөттә улар. Бәхеткә, был киҫкен мәсьәлә тиҙҙән хәл ителеүе ихтимал.
Икенсе Еремйәбаш ауылында йәшәүселәрҙе шулай уҡ башҡа проблемалар ҙа борсой. Яҡында нефть сығарыу эштәре алып барыла. «Ҡара алтын» менән тәьмин итеүсе компанияның йөк машиналары ауыл эсендәге юлдарҙы  боҙа,-тип зарлана урындағы халыҡ.
«Көслө яуым-төшөмдән һуң ауылдың үҙәк урамы буйлап «Нива» машинаһында ла үтерлек түгел,»-ти ауыл уҙамандары. Әнир Ғәббәсов та йортона тиклем барып етмәй, «Тимер ат»ын мәктәп эргәһендә ҡалдырып йөрөргә мәжбүр. Артабан өйөнә саҡлы дүрт йөҙ метр тирәһе йәйәү атларға кәрәк. Былтыр был урамдағы юл төҙөкләндерелә лә бит, әммә эш сифатһыҙ башҡарыла.
Ауыл халҡының теләге бер - юлдарға ҡырсынташ түшәлһен. Асфальт хаҡында улар хыялланмай ҙа... Иң мөһиме, йылдар буйы  батҡаҡ аша йөрөргә яҙмаһын.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика