Тәртип йорт алдынан башлана

Тәртип йорт алдынан башлана 31.01.2017

Өфөлә идарасы компанияларҙың эшмәкәрлегенә бәйле "Иң яҡшы өс ихата" бәйгеһе иғлан ителде.

Иртәгә йәмәғәт контроле үҙәге, торлаҡ хужалыҡ идаралығы вәкилдәре һәм ҡала халҡынан торған махсус комиссия ихаталар буйлап сәйәхәткә сыға. Рейд барышында йәйәүлеләр тротуары, бордюр яндары, подъезд козырегы, йорт ҡыйығының ҡарҙан таҙартылған булыу-булмауы тикшерелә. Кеше ғүмеренә хәүеф менән янаған ҙур боҙмармаҡтар ҙа тикшерелә. Конкурсҡа ярашлы, "Иң насар ихата алдары" ла билдәләнә. Был идарасы компаниялар өсөн ҡара исемлеккә инмәҫкә төп этәргес булыр тип күҙаллана. Бүленгән участкаларҙы тәртипкә килтереүҙән ҡасыу - ойошмаларҙың репутацияһына ла кире тәьҫир итеүе ихтимал.  Бәйге һөҙөмтәләре ике номинацияла мартта Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре көнөндә иғлан ителә. Әлегә идарасы компания вәкилдәре халыҡты ҡар өйөмдәренә ҡаршы көрәшкә битараф ҡалмаҫҡа саҡыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика