Төрлө сығанаҡтарҙа Рәсәйҙә әле 500 меңдән 700 меңгә тиклем Украина ҡасағы иҫәпләнә тип билдәләнә 13.08.2014

Улар башлыса Ростов, Белгород, Воронеж өлкәләренә төпләнгән. Ҡасаҡтарҙың йәшәйешен тәьмин итеүгә был төбәктәрҙең  хәле етмәй. Шуға ла ил Хөкүмәте Рәсәйгә һыйыныусыларҙы  төбәктәргә таратыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Башҡортостан Украинанан 5 мең ҡасаҡты һыйындырасаҡ. Бөгөн республикала 3 меңгә яҡын ҡасаҡ иҫәпләнә. Улар ваҡытлыса торлаҡ, аш-һыу, медикаменттар менән тәьмин ителгән. Ҡунаҡтың ҡәҙере өс көн тигәнде иҫтә тотоп, ҡасаҡтар ҡул ҡаушырып ултырырға уйламай. Украина граждандары эш табыу, ғаиләһен тәьмин итеү хаҡында хыяллана. Уларҙың ҡайһылары эш тапҡан да инде.

18 июлдә Башҡортостан Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус бортында тәүге тулҡын ҡасаҡтарҙы ҡабул итте. 101 кеше араһында 36 бала.  Улар - Донецк һәм Луганск өлкәләре граждандары, тыуған ерендә күптәре йортон, мөлкәтен ташлап киткән. Илдә дауам иткән сыуалыштан ҡотолоу эҙләүселәр йөҙөндә борсолоу һәм  өмөт сатҡылары. Өс бала әсәһе Светлана ирен, әсәһен, ағаһын ҡалдырып, Өфөгә килгән. Сабыйҙары менән ҡатын яңы тормош башларға ниәтләй.
«Сәләмәтлек шишмәһе» профилакторийы хеҙмәткәрҙәре  ҡасаҡтарҙы яҡты сырай,  йылы аш-һыу менән ҡаршылай. Алыҫ  сәфәрҙән  йонсоған  юлсылар тыныс шарттарҙа ял итә, тамаҡ ялғай. Балалар ҙа үҙҙәрен хәүефһеҙ урында булыуҙарын тойғандай, йышыраҡ  йылмая. Махсус бортта килеүселәр ваҡытлыса йәшәү пунктына урынлаштырылды.  
Ә бына 12 көнлөк Саша һәм уның әсәһен мәрхәмәтле  ғаилә  ҡабул иткән. Ольга  улы тыуыу менән Луганск өлкәһенән тыныс урынға ҡасырға хәл итә. Йорт эргәһендәге ҡурҡыныс шартлау тауыштары  артта  ҡалды, хәҙер уларҙы телевизорҙан ғына күҙәтәбеҙ, ти ул.  
Ольга Комарова, Украина ҡасағы: «Фатирыбыҙҙы, булған мөлкәтебеҙҙе ҡалдырып сығып китеүе ауыр булһа ла, ҡайҙа бараһың... Тормош иптәшем Луганск өлкәһендә тороп ҡалды. Тағы ла ике балам бар, улар атайым менән Рәсәйҙең икенсе нөктәһендә».
Ҡыуанысҡа, әсәнең  юлына мәрхәмәтле кешеләр осрай. Әле ул уңайлыҡтары булған фатирҙа  йәшәй. Ҡасаҡтарҙы  яңғыҙы йәшәгән ҡатын  ҡабул итергә ризалашҡан.
Луганск өлкәһенән Рәсәйгә һыйынған Бузынниковтар ғаиләһе, ниһайәт, тыныс шарттарҙа өҫтәл артында йыйылған. Табын һығылып тормаһа ла, урамда шартлау тауыштары ишетелмәй, тип шатлана улар. Балаларының яҙмышы өсөн борсолған ата-әсә Рәсәйгә  һыйыныуҙы  хуп  күргән. Кинйә  улдары  Никита Украина хәрбиҙәре менән осрашыуҙы һаман да онота алмай.
Районға әлегә  Украинанан йөҙҙән ашыу  кеше урынлаштырылды.  Шулай ҙа киләһе көндәрҙә уларҙың тағы ла күбәйеүе ихтимал.  Бәләбәй ҡалаһында - 45,  Приют ҡасабаһында 60 кешегә иҫәпләгән ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ойошторолған.
Ирина менән Александр  улдары Евгений  һәм Святослав менән Луганск өлкәһенән килгән. Ҡанҡойош, бомбалар шартлауынан ҡасып  Монюктар ғаиләһе автомобилдә Туймазы  ҡалаһына  йүнәлгән.  Әле улар  Иринаның әсәһендә йәшәй.  40 квадрат метр майҙанда бөгөн 7 кеше көн күрә. Шуға ҡарамаҫтан,  ғаилә  шөкөр итә. Иң мөһиме - балаларҙың ғүмерҙәре өсөн хәүеф юҡ, ти улар.
Ирина Монюк, Украина ҡасағы: «Башҡортостан халҡы беҙҙе йылы ҡабул итте. Рәхмәт уларға. Тыуған ерҙә балалар пуля һыҙғырыуы, шартлауҙарҙан төндәрен насар йоҡланы, хатта тотлоға башланы. Бында тыныс».
Әле ғаилә медицина тикшереүен үтә.  Рәсми рәүештә эшкә урынлашыу өсөн документтарын тәртипкә килтерә.  Ирина урындағы балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып барырға теләй.  Ә бына Донецк өлкәһенең Авдеевка ҡалаһынан килгән Елена шөғөл тапҡан. Ҡандра ауылына урынлаштырылған йәш ғаилә ҡул ҡаушырып ултырмай. Елена урындағы  телевидение  бүлегендә  монтажер булып эшләй. Украиналағы сыуалыштар һөҙөмтәһендә йәш ғаилә килемле эшен, үҙ торлағын  ташлап китергә мәжбүр булған.
Елена Гросова, Украина ҡасағы: «Ауылда эш эҙләй торғас, урындағы телевидениеға килдем. Монтаж эшен белгәнгә күрә ваҡытлыса эшкә алдылар. Әле рәсми урынлашыу өсөн документтар  йыябыҙ. Уларҙы тәртипкә килтергәс, даими эшкә урынлашырмын тип уйлайым».
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡасаҡтар ҡул ҡаушырып ултырырға йыйынмай. Уларҙың һәр береһе эш табырға, балаларын белем усаҡтарына  урынлаштырырға,  яңы тормош башларға хыяллана. Республиканың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә бөгөн  600-ҙән ашыу Украина ҡасағы мөрәжәғәт иткән. Әммә әлегә уларҙың дүрт тиҫтә самаһы ғына күңелдәренә ятҡан эш урыны тапҡан. Шишмә районы  Әлкә  ҡасабаһындағы  предприятиеларҙың береһендә эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж  айырыуса ҙур. Шуға ла  ҡасаҡтарға  автомобилдәр ремонтлау заводы менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бирелде. Бында улар тәҡдим ителгән вакансиялар, эш хаҡы һәм торлаҡ шарттары менән ҡыҙыҡһынды.
Дмитрий Белых, Украина ҡасағы: «Украинала баҡыр заводында эшләнем. Шуға ла ауыр эш мине ҡурҡытмай. Әлкәләге предприятие беренсе күреүҙән үк оҡшаны. Иң мөһиме - бында ҡатыным өсөн дә эш урыны табырға мөмкин».
Эшкә урынлашырға теләүселәргә предприятие етәкселеге йәшәү урыны ла табырға тырыша. Әлегә бер фатир һәм ятаҡтан өс бүлмә әҙерләнгән. Бынан тыш, райондың башҡа ойошмаларында  ла эш урындары етерлек, ти төбәк етәкселеге.  
Донецк өлкәһенән килгән бер төркөм Мәләүез ҡалаһындағы ВНЗМ предприятиеһына эшкә төшкән.  Тағы ла бер нисә кеше Өфө районындағы «Локомотив» лагерына һәм Учалы тау-байыҡтырыу  комбинатына  юлланған. Яҡын көндәрҙә күп кенә башҡа ҡасаҡтар ҙа эш урындары табасаҡ, ти белгестәр.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан 287 мең ҡасаҡты һыйындырған. Әлеге һандар менән сағыштырғанда, был әллә ни күп тә түгел кеүек. Бар донъяһын ташлап ҡасырға мәжбүр булған ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм ололар әле ярҙамға һәм шәфҡәтлелеккә дусарлығын аңлатаһы түгелдер. Мәрхәмәтлек ҡылырға теләүселәр мәжбүри күсенеүселәргә аш-һыу, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, йылы кейемдәр менән ярҙам итә ала.  
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика