Төркиәгә юлланыусы ватанташтарыбыҙ Башҡортостанға ярты тәүлеккә һуңлап ҡайтты

Төркиәгә юлланыусы ватанташтарыбыҙ Башҡортостанға ярты тәүлеккә һуңлап ҡайтты 17.09.2014

Кисә төндә  Истамбул - Өфө рейсы билдәһеҙ сәбәптәр менән иртәнге сәғәттәргә күсерелде. Әммә пассажирҙарҙың сит илдәге мажаралары бының менән генә сикләнмәне. Бортҡа ултырғас та, улар бер сәғәттән ашыу һауаға күтәрелә алманы.

Төркиә менән Башҡортостан оҙаҡ йылдар инде тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ватанташтарыбыҙ айырыуса был илдең курорттарын оҡшата. Шуға ла йылы яҡта ял итергә яратыусылар бер ваҡытта ла кәмемәй. Әммә Истамбул - Өфө рейсы буйынса осоусы кисәге самолет пассажирҙарға ҙур ғына уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Сөнки төнгө 1-се яртыла осорға тейешле һауа судноһы билдәһеҙ сәбәптәр менән иртәнге сәғәттәргә күсерелде.

Һуңынан рейсты башҡарыусы компания етәкселеге проблема сәбәбен Өфө күгендәге томан менән аңлатты. Шунда уҡ улар пассажирҙарҙы ҡунаҡханаға урынлаштырҙы һәм иртән ашатыу ойошторҙо.

Өфөгә осоусы рейс иртәнге 11-се яртыға тәғәйенләнде. Был юлы ватандаштарыбыҙ үҙ урындарына ваҡытында үтте. Әммә тағы ла ниндәйҙер сәбәп менән самолет бер сәғәттән ашыу һауаға күтәрелә алманы.

Графиктан тайпылған самолеттарға һауа киңлеге өсөн икенсегә рөхсәт алырға кәрәк. Әлбиттә, был байтаҡ ҡына ваҡытты алыуы ихтимал. Истамбул - Өфө рейсы менән дә шундай уҡ хәл тыуыуы мөмкин, ти федераль һауа транспорты агентлығы вәкилдәре.

Ярты тәүлеккә һуңлағандан һуң, пассажирҙар Өфөгә килеп төштө. Әлбиттә, был халыҡҡа төрлө уңайһыҙлыҡтар тыуҙырһа ла, иң мөһиме, тыуған илебеҙгә имен ҡайтып еттек, тип ҡыуана яҡташтарыбыҙ. Ошо уҡ көндө Истамбулға осорға тейеш кешеләргә лә байтаҡ ваҡыт баш ҡала аэропортында ултырырға тура килгән.

Илдар Байбулатов


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку