Төпкөл ауылдарға тәбиғи газ 18.12.2015

Яңы йыл алдынан Әбйәлилдә  район үҙәгенән иң алыҫта урынлашҡан  Рәхмәт һәм Яйҡар ауылдарына  зәңгәр яғыулыҡ килде. Газ факелын тоҡандырыу тантанаһы Байым ауыл хакимиәтендә йәшәүсе бар  халыҡ өсөн байрамға әйләнде.  

Ғүмер буйы мейес яғып, электр  плитәһе тотоноп йәшәгән  Гузәл Әхмәҙиева әле газ ҡоролмаларына   өйрәнеп бөтә алмай. Әммә  хужалар зәңгәр яғыулыҡтың өҫтөнлөктәрен   тойоп өлгөргән,  өй ҙә йылы,  ризығы ла тиҙ бешә.
Рәхмәт, Яйҡар ауылдарында газ үткәреү   мәсьәләһе оҙаҡ йылдар күтәрелеп килә.  Халыҡ 20 йыл буйы  зәңгәр яғыулыҡ үткәреүҙе һорап төрлө тупһаларҙы тапай. Тик боҙ  урынынан өс йыл элек кенә ҡуҙғала, проект әҙерләнеп урамдарға торбалар үткәрелә башлай. Ниһәйәт, быйылғы яңы йылды рәхмәттәр менән яйҡарҙар заман уңайлығы менән ҡаршы ала.
Районда  иман йорттарына  бушлай газ индереү йолаһы ла бар.  Уны «Коммунальник» хужалығы үҙ өҫтөнә алған.  Предприятие Рәхмәт  ауылында  инвалидтар булған ике өйгә лә зәңгәр яғыулыҡты үҙ иҫәбенә  тоташтыра.
Йорттарға  газ үткәреү ҡоролмалар менән бергә 70 мең тирәһенә  барып баҫа, әммә сығым үҙен тулыһынса аҡлай, ти хужалар. Сөнки утындың йөгө лә йылдан йыл ҡыйбатлана, мәшәҡәте лә күп.   Шуға күрә газ факелын тоҡандырыу  ваҡиғаһының оло бер тантанаға әйләнеүе аңлашыла.
Бөгөнгә Әбйәлил районы ауылдарының 83 проценты газға тоташтырылған. Ҡалған өлөш буйынса ла эш алып барыла. Халыҡ заман уңайлығынан ситтә ҡалырға тейеш түгел, ти район етәкселеге.  Сөнки шарттар бар ерҙә тормош та ҡайнай.
Әлеге ваҡытта Рәхмәт һәм Яйҡар ауылдарында 200-гә яҡын йорт иҫәпләнә, социаль обьекттар бар. Бөтөп барған бәләкәй ауылдарҙан айырмалы бында йәштәр күпләп ҡала,  яңы урамдар ҡалҡып сыға. Төбәктә йәшәүселәр фекеренсә, зәңгәр яғыулыҡ килеүе тыуған ерендә төпләнеүселәр һанын тағы арттырасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика