Төпкөл ауылдарға тәбиғи газ

Төпкөл ауылдарға тәбиғи газ 08.07.2015

Әбйәлилдә район үҙәгенән иң  алыҫта урынлашҡан Рәхмәт һәм Яйҡар ауылдарына   зәңгәр яғыулыҡ үткәрелә башланы.

Аҡ мейестәр өйҙөң йәме, мейестә бешкән ризыҡ та тәмле була. Әммә уның мәшәҡәте лә күп, йәй буйы утын хәстәрләргә, ҡыш буйы яғып сығырға, ураған  һайын ағартып торорға кәрәк.  Ә тәбиғи газ уңайлы, ятһаң да торһаң да йылы, бешеренеүе лә уңайлы. Шуға күрә Йәнсәйетовтар зәңгәр яғыулыҡты ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Газ үткәреү  70 мең тирәһенә төшә, әммә үҙен тулыһынса аҡлай, ти улар.
Рәхмәт, Яйҡар ауылдарына тәбиғи газ үткәреү мәсьәләһе оҙаҡ йылдар күтәрелеп килә. Өс йыл элек ниһайәт, боҙ урынынан ҡуҙғала, проект әҙерләнеп урамдарға торбалар үткәрелә башлай.  
Әле  тракторҙар һуңғы километрҙарҙы ҡаҙа,  газ үткәргестәр ауылдарға етеп килә. Рәхмәт менән Яйҡарҙы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу өсөн 10 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Ауыл биләмәһе етәкселәре әйтеүенсә, заман уңайлығы төбәк тормошона яңы һулыш өрәсәк. Күптәр  әле үк йорттарҙа  йыуыныу бүлмәләре эшләү хаҡында хыяллана.
Рәхмәт  һәм  Яйҡар ауылдары тәбиғи газға бер айҙан тоташтырыласаҡ. Зәңгәр яғыулыҡ  ауылдар ҙурайыуға ла этәргес яһар тип көтөлә. Сөнки шарттар бар ерҙә йәштәр ҙә күпләп ҡала, яңы урамдар барлыҡҡа килә.
Рәмзиә Кәримова
\

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика